Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
9 Сентябрь 2019, 10:30

Ил Хөкүмәте Премьер-министры Радий Хәбировҡа ҙур уңыштар теләне

Берҙәм һайлау көнөнөң алдан билдәләнгән йомғаҡтары буйынса, “Берҙәм Рәсәй” партияһы үҙенең лидерлыҡ позицияһын һаҡлай һәм илдең төп сәйәси көсө булып ҡала.

Берҙәм һайлау көнөнөң алдан билдәләнгән йомғаҡтары буйынса, “Берҙәм Рәсәй” партияһы үҙенең лидерлыҡ позицияһын һаҡлай һәм илдең төп сәйәси көсө булып ҡала.
Был хаҡта партия рәйесе, Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев белдерҙе.
“Берҙәм Рәсәй” вәкилдәре өсөн тауыш биргән һәр кемгә рәхмәт, – тине Премьер-министр. – Партияға булышлыҡ ҡылыуҙы дауам итеүегеҙҙе баһалайбыҙ. Әлбиттә, был беҙгә киләсәктә лә дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә нигеҙ булып торасаҡ”.
Кәңәшмә барышында Радий Хәбиров Башҡортостандағы тауыш биреүҙең һөҙөмтәләре тураһында әйтте.
“Әлегә һайлауҙа ҡатнашыу кимәленең етмеш процент тәшкил иткәне билдәле. Йәғни 2,1 миллион самаһы кеше килде. Беҙ был һөҙөмтәгә бик шатбыҙ. Экзитполдар мәғлүмәттәре буйынса, “Берҙәм Рәсәй” өҫтөнлөклө еңеү алды. Шуға ла киләсәккә ышаныс менән ҡарайбыҙ һәм һуңғы һөҙөмтәләрҙе көтәбеҙ”, – тине Радий Хәбиров.
Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры: “Беҙ һеҙгә һәм барлыҡ коллегаларыбыҙға Башҡортостанды үҫтереүҙә ҙур уңыштар теләйбеҙ”, – тине.
Радий Фәрит улы Дмитрий Медведевҡа рәхмәт белдерҙе һәм уны Өфөлә сентябрь аҙағында уҙасаҡ ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең V бәләкәй бизнес форумында ҡатнашырға саҡырҙы.
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас: