Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
10 Сентябрь 2019, 08:53

Владимир Путинлы самауырҙың сәйе тәмлеме?

Красноярскиҙан эпатажлы рәссам Василий Слонов бына шундай үҙенсәлекле самауыр яһаған.

Үҙенең ижади эшен – Владимир Путиндың йөҙө һынландырылған самауырҙы – автор PREZIDENT-SAMOVAR тип атаған, һүрәтләмәһендә иһә инглизсә “ауыр империя зиннәте” тип яҙған. Был самауырҙы Мәскәүҙәге “11.12” галереяһында Cosmoscow-2019 заманса сәнғәт йәрминкәһенә ҡуйғандар.

Бынан тыш, Василий Слонов йәрминкәлә үҙенең арт-янғын һүндергестәрен дә тәҡдим иткән.

Әйткәндәй, рәссам үҙенең ҡыйыу идеялары менән күптән дан ҡаҙанған.

Уның йомшаҡ уйынсыҡтары ла айырым иғтибарға лайыҡ. Күптән түгел генә Василий Слонов GULAGTOYS тигән тауар билдәһен рәсми теркәү ниәтен белдергән.

#ВладимирПутин
Читайте нас: