. Был мәсьәлә Рәсәй Президенты Владимир Путин етәкселеге аҫтында барған Алыҫ Көнсығыштағы ташҡындарға арналған кәңәшмәлә ҡаралды.
Көслө ямғырҙар һәм йылғаларҙағы ташҡын арҡаһында Амур һәм Йәһүд автономлы өлкәләрендә, Хабаровск крайында ғҙәттән тыш хәл иғлан ителде. Иң хәүефле хәл Амур өлкәһендә күҙәтелә. Унда һыу кимәле 829 сантиметрға еткән. Уның 650 сантиметрға етеүе ҡала өсөн хәүефле булып һанала.
Йәһүд автономлы өлкәһендә ташҡын арҡаһында ай ярым буйына Рәсәй-Ҡытай сиге пункты эшләмәй торған. Атап үтелгән төбәктә тиҫтәләгән халыҡ йәшәгән урын һыу баҫыу зонаһына эләккән. Амур эргәһендә ташҡын 250 мең гектар ауыл хужалығы ерҙәрен һыу аҫтында ҡалдырған. Төбәк һәм халыҡ күргән зыян дөйөм алғанда 6 млрд һум тәшкил итә.