Дим буйҙары
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
26 Сентябрь 2019, 09:26

Путин борсола: ни өсөн халыҡтың килеме әкрен арта?

Рәсәй Президенты ошо көндәрҙә Хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмә үткәрә. Кремлдең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, осрашыуҙың төп темаһы – иҡтисади үҫеште тиҙләтеү һәм халыҡтың килемен арттырыу буйынса өҫтәмә сара күреү.

Күптән түгел иҡтисади мәсьәләләргә арналған кәңәшмәлә Владимир Путин Рәсәй халҡы килемдәренең әкрен артыуына бәйле борсолоу белдергәйне. “Хатта... иҡтисадта эш хаҡын арттырыуҙы иҫәпкә алғанда ла, кешеләрҙең реаль килеме әкрен үҫә, – тине ул. – Бындай хәл борсомай ҡалмай, әлбиттә”.

Президент шулай уҡ ыңғай үҙгәрештәрҙе лә телгә алды. Уның әйтеүенсә, инфляция маҡсат итеп ҡуйылған күрһәткескә яҡынлаша. “Әле ул йыллыҡ сағылышта 4,5 процент тәшкил итә”, – тип билдәләне дәүләт башлығы.

Рәсәй Президенты ошо көндәрҙә Премьер-министр Дмитрий Медведев менән осрашыуҙа ла иҡтисадтың үҫешен дәртләндереү мәсьәләһен тикшергәйне.

#ВладимирПутин
Читайте нас: