Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
16 Октябрь 2019, 11:25

Путин япондарҙың ҡайғыһын уртаҡлашты

Японияның премьер-министры Синдзо Абэға ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһы ебәрҙе.

Унда ҡоторған тайфундың ҡорбандары 33-кә ҡәҙәр еткән. 19-ы хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә, 180 кеше төрлө тән йәрәхәте алған. Метеорологтар әйтеүенсә, һуңғы ун йыллыҡта «Хагибис» иң көслө тайфун булып билдәләнгән.

Илдә эҙләү-ҡотҡарыу эштәре дауам итә. Эшкә 27 мең самаһы хәрби йәлеп ителгән. Мәғлүм булыуынса, тәбиғәт ҡазаһы һөҙөмтәһендә Хонсю утрауындағы 21 йылға ярҙарынан сыҡҡан. Һыу баҫыуҙан Нагано, Сайтама һәм Мияги префектуралары айырыуса зыян күргән.

Рәсәй Президенты япон халҡының ҡайғыһын уртаҡлашты, тормоштарының тиҙерәк яҡшырыуын теләне. Бынан алда Кремлдең Японияға ярҙам итергә әҙерләнеүе хаҡында хәбәр иткәйнеләр, әлегә бындай тәҡдим күренмәй.

#ВладимирПутин
Читайте нас: