Дим буйҙары
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
18 Октябрь 2019, 10:01

Хәл — Путиндың контролендә

Рәсәй Президенты Владимир Путин Иркутск өлкәһендә һәм Алыҫ Көнсығышта ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Эш сәфәрҙәре һәм кәңәшмәләре йомғаҡтары буйынса дәүләт башлығы Хөкүмәткә күрһәтмәләр биргәйне. Әлеге сарала уларҙың үтәлеше тураһында һүҙ барҙы. Ултырышта зыян күргәндәргә компенсация түләү, торлаҡ төҙөү һәм капиталь төҙөкләндереү, социаль объекттарҙың, транспорт ифраструктураһының торошо, көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек барышы тикшерелде.
Төп доклад менән вице-премьер Виталий Мутко, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев, Иркутск өлкәһе губернаторы Сергей Левченко сығыш яһаны.
Мәғлүм булыуынса, Владимр Путин стихиялы бәлә-ҡазанан зыян күргән Алыҫ Көнсығыш төбәктәрендә һәм Иркутск өлкәһендә төҙөкләндереү эштәре барышын контролдә тота.
#ВладимирПутин
Читайте нас: