Дим буйҙары
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
30 Октябрь 2019, 13:22

Радий Хәбиров - "Топ-25-тә"

Башҡортостан Башлығы губернаторҙарҙың милли рейтингында яҡшы урынға эләккән.

Беренсе төркөмдә, Топ-25, исемлегендә Радий Хәбиров - 14-се урында. "Рейтинг" мәғлүмәт технологиялары үҙәге Рәсәй субъекттары башлыҡтары тураһында әҙерләгән сираттағы тикшеренеү һөҙөмтәләре шуны күрһәткән.

Рейтинг хронологияһы сентябрь-октябрь айҙарын үҙ эсенә ала.

Исемлектә беренсе урында - Төмән өлкәһе губертнаторы Александр Моор. Икенсе урында - Ямал-Ненец автономиялы округы губернаторы Дмитрий Артюхов. Тәүге өсәүгә Тула өлкәһе етәксеһе Алексей Дюмин да ҡушыла.

Иң шәп "Топ-25" исемлегендә артабан түбәндәгеләр:

Рөстәм Миңлеханов (Татарстан), Евгений Савченко (Белгород өлкәһе), Сергей Собянин (Мәскәү), Глеб Никитин (Түбәнге Новгород), Олег Кувшинников (Вологда), Александр Дрозденко (Ленинград), Александр Беглов (Санкт-Петербург), Рамзан Ҡадиров (Чечня), Вениамин Кондратьев (Краснодар крайы), Антон Алиханов (Калининград), Радий Хәбиров (Башҡортостан), Александр Гусев (Воронеж), Айсен Николаев (Саха (Якутия), Дмитрий Азаров (Һамар), Сергей Носов (Магадан), Анатолий Артамонов (Калуга), Владимир Васильев (Дағстан), Наталья Комарова (Ханты-Манси-Югра), Владимир Волков (Мордовия), Олег Кожемяко (Приморье крайы), Александр Бурков (Омск), Андрей Травников (Новосибирск).
Читайте нас в