Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһында Коллектив хәүефһеҙлек тураһында килешеү ойошмаһы Советының сессияһы уҙҙы. Ултырышта Владимир Путин да сығыш яһаны.
Бында ОДКБ буйынса хеҙмәттәшлек итеү темалары, төбәктәргә һәм халыҡ-ара мәсьәләләргә бәйле көнүҙәк проблемалар хаҡында фекер алышыуҙар булды.
2020 йылда ойошмала рәйеслек итеү Рәсәйгә күсә. Владимир Путин был йәһәттән өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләне. Көн тәртибендә шулай уҡ тажик-афған сиген нығытыу, ОДКБ ойошмаһына ингән дәүләттәрҙең мәғлүмәти хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, БМО менән контртеррористик стратегияны ғәмәлгә ашырыу буйынса бәйләнеш тотоу тураһында һүҙ барҙы.
Сарала илдәрҙең төрлө министрлыҡ, ведомстволары вәкилдәре лә ҡатнашты һәм фекер алышты.