Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
3 Декабрь 2019, 10:23

“Сәләмәтлек һаҡлау” милли проекты буйынса мобиль ФАПтар алдылар

Башҡортостан ҡалаларына һәм райондарына туғыҙ мобиль фельдшер-акушерлыҡ пункты юлланасаҡ.

Автомобилдәрҙән һәм тиҙ ярҙам машиналарынан асҡыстарҙы район медицина учреждениеларына Рәсәй сәләмәтлек һаҡлау министры Вероника Скворцова тапшырҙы. Машиналар “Сәләмәтлек һаҡлау” милли проекты буйынса алынған.

Тәгәрмәсле ФАПтар заманса йыһаз менән йыһазландырылған, ПАЗ автобустары базаһында эшләнгән. Бындай мобиль пункттарҙы 100 мең кешегә тиклем халҡы булған алыҫ ауылдар хеҙмәтләндерә аласаҡ. Уларҙы Бөрө, Красноусол, Кушнарен, Мәсәғүт, Юғары Йәркәй, Туймазы, Благовещен, Раевка үҙәк район дауаханалары, Өфөнөң 21-се дауаханаһы алған. Тиҙ ярҙам автомобилдәре Ишембай һәм Бәләбәй үҙәк район дауаханаларына, шулай уҡ Салауат һәм Октябрьский ҡалалары дауаханаларына тапшырылған.

#миллиПроекттар

#төбәкПроекттары

#миллиПроекттарБашҡортостан
Читайте нас: