“Владимир Владимирович берәй ғәҙәттән тыш хәл булһа, һәр саҡ үҙемде һаҡлауымды үтенә. “Һаҡ бул, етерлек һуғыштың, хужалыҡ, социаль мәсьәләләр менән шөғөллән”, ти ул өлкәндәрсә хәстәрлек күрһәтеп. Әммә Рәсәй Президенты быны фарман түгел, ә өгөт-нәсихәт итеп әйтә, фарман булһа, мотлаҡ тыңлар инем”, – тине Рамзан Ҡадиров.
Мәғлүм булыуынса, ҙур матбуғат конференцияһында Рәсәй Президенты Владимир Путин, Кремлдән тыйыуға ҡарамаҫтан, Рамзан Ҡадировтың хәрби операцияларҙа ҡатнашып, ғүмерен көн һайын хәүеф аҫтына ҡуйыуын билдәләгәйне.