Дим буйҙары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
29 Ғинуар 2020, 13:27

Республика хөкүмәте 2024 йылға гражданлыҡ һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәрен ҡыҫҡартырға йыйына.

Министрҙар кабинетының республика үҫеше программаһының маҡсатлы йүнәлештәрен аныҡлауға арналған ултырышында ошо хаҡта һүҙ барҙы. Биш йыл һайын хеҙмәткәрҙәр һаны, план буйынса, 5% кәмергә тейеш.

«Дәүләт органдарының, хөкүмәттең һөҙөмтәлелеге кешеләрҙең һанына бәйле түгел. Беҙ ошо эшкә тотондоҡ, тәүге йөҙ кешене ҡыҫҡарттыҡ. Дөйөм алғанда, 2024 йылға хөкүмәт структураһы мобиль һәм һөҙөмтәле буласаҡ», — тип хәбәр итте беренсе вице-премьер Андрей Назаров. Шулай уҡ был сара «бюрократик буталсыҡты кәметеү буйынса әүҙемлекте үҫтерергә мөмкинлек бирәсәк, шул иҫәптән хөкүмәттә документтар әйләнешен кәметеү йәһәтенән дә», — тип билдәләне вице-премьер Илшат Тажетдинов.
Башинформ.
Читайте нас: