Семинар Дәүләт Советы Президиумының һәм Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡаршыһындағы Фән һәм мәғариф советының берлектәге киңәйтелгән ултырышы алдынан уҙа.
Иртәгә уны Кремлдә Рәсәй Президенты Владимир Путин үткәрәсәк. Унда, айырым алғанда, семинарҙа ҡатнашыусылар тарафынан эшләнгән тәҡдимдәр буйынса фекер алышасаҡтар.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: күптән түгел Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советы Президиумының яңы составына индерелде.