Дим буйҙары
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
13 Февраль 2020, 11:45

Владимир Путин: Инвестицияның үҫеүе яңы яҡшы эш урындары буласағын да аңлата

Рәсәй Президенты яуаплы түрәләрҙе йыйып, иҡтисадты үҫтереү мәсьәләләре тураһында һөйләште. Шундуҡ айырып әйтәм, тине ил башлығы, беҙҙең дөйөм төп бурыс - иҡтисади үҫеште нигеҙлерәк, тотороҡлораҡ, сифатлыраҡ итеү. Тышҡы хәүеф факторҙарын да онотмаҫҡа кәрәк.

Владимир Путин осрашыу башында уҡ билдәләне: иҡтисадыбыҙ үҫеүе яңы эш урындары булдырыу, социаль именлек, ғаиләләрҙең килеме артыуы, демографияның ыңғай яҡҡа үҙгәреүенә килтерәсәк.
Беҙгә яҡын арала, Президент һүҙҙәре менән әйткәндә (Кремль сайтынан тура стенограмма), шуларҙы эшләргә кәрәк:
- ...запуск нового инвестиционного цикла, выход на ежегодные темпы прироста инвестиций не ниже пяти, а лучше пяти-семи процентов, чтобы уже в следующем году обеспечить темпы экономического роста выше мировых. Каждый пункт прироста инвестиций – это и новые рабочие места, и модернизированные рабочие места, это дополнительный спрос на профессиональные и квалифицированные кадры с достойной заработной платой не только в крупных городах, но, по сути дела, по всей стране.
Владимир Путин айырыуса шуға иғтибар итергә ҡушты: бөтә социаль, инвестиция пландары тулыһынса финанслау менән тәьмин ителергә тейеш. Ил етәксеһе янында ултырыусыларҙан бурыстарға нисек, ниндәй тиҙлектә, ҡайһы позицияла ирешеү мөмкинлеген һорашты.
#ВладимирПутин
Читайте нас: