Дим буйҙары
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
13 Март 2020, 11:40

Владимир Путин бизнес тураһында шулай уйлай икән...

ТАСС ойошторған "Владимир Путинға 20 һорау" проектының 12-сеһе сыҡты. Бында Рәсәй Президентынан ҙур һәм бәләкәй бизнес тураһында һоралды.

Путин белдереүенсә, Рәсәй бизнесы һуңғы ун йылда бик үҙгәргән. Дәүләт тә уға инвестиция өсөн шарттар булдырырға бурыслы.
- Беҙҙә бәләкәй эшҡыуарлыҡ структураһы ла үҙгәрә башланы. Ул хәҙер сауҙа ғына түгел: арзанға алдың да, ҡыйбатҡа һаттың... Беҙҙә етештереүселәр ҙә, ғилми бизнес та, хатта юғары технологиялы бәләкәй эшҡыуарлыҡ та бар. Тауарҙарыбыҙҙың экспорты үҫә. Әммә эш бик әкрен бара, - тине Президент.
Һуңынан һорау биреүсе Ванденко әфәнде (ул үҙен бер аҙ хаттиннашҡан кеүек тота, ил башлығы менән кеше шулай һөйләшәме икән, әллә публикаға уйнаймы?) эшҡыуарҙар жуликмы ул, тип тә һорап ҡуйҙы. Журналист ыңғай яуап ишеткеһе килде шикелле.
Ҙур бизнесмендарҙы, бәлки, шулайыраҡ тип әйтергә лә булалыр. Мәҫәлән, элеккеләрен, 90-сы йылдағыларҙы. Һорауға әллә ҡайҙан Ходорковский исеме килеп ҡыҫылды.
- Ходорковский – жулик, уларҙың компанияһы мутлашыуҙарға ғына түгел, ә үлтереүҙә лә ҡатнашты. Һәм Рәсәй закондары буйынса хөкөм ителделәр ҙә... - Президенттың яуабы шул булды.
Фото: Кремлин.ру
#ВладимирПутин
Читайте нас в