Дим буйҙары
+14 °С
Ясно
СӘЙӘСӘТ
22 Апреля 2020, 06:59

Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү

Владимир Путиндың Конституцияға үҙгәрештәр индереү хаҡындағы тәҡдиме буйынса фекер алышыуҙар бара.

Белгестәр әйтеүенсә, илдең төп документында “социаль дәүләт” тигән төшөнсәне анығыраҡ билдәләү өсөн кешеләрҙең фекере иҫәпкә алынасаҡ. Мәҫәлән, пенсия аҡсаларын, бәләкәй эш хаҡын йыл һайын индексациялауҙы һәм башҡа социаль гарантияларҙы нығытыу буйынса бүлектәр халыҡ фекерен белешкәндән һуң барлыҡҡа килгән.
Әгәр ҙә был нормалар Конституция тарафынан нығытыла икән, уны үтәү мотлаҡ буласаҡ. Элек улар федераль законда ҡаралған ине.
Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереүҙе хуплау илдә йәшәгән халыҡтарҙың үҙенсәлеген һаҡлауға ла ярҙам итәсәк.
Читайте нас