Дим буйҙары
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
8 Октябрь 2020, 10:17

Дональд Трамп ниңә В.В.Путинды ҡотлауҙан баш тартҡан?

Кисә, йәғни 7 октябрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин 68 йәшен билдәләне. Ул 1952 йылда Ленинградта тыуған.

Рәсәй лидерының мәғлүмәт сәркәтибе Дмитрий Песков белдереүенсә, көндөң тәүге яртыһында Президент эске мәсьәләләргә ҡағылышлы дәүләт эштәре менән мәшғүл булған, шулай уҡ был көндә сит илдәр етәкселәре менән телефон аша бәйләнешкә сығыу ҡаралған булған.Тик ниңәлер АҠШ Президенты Дональд Трамп ҡына Рәсәй лидерын ҡотлау теләген белдермәгән.
Президентҡа нимә бүләк итәләр икән? Песков әйтеүенсә, Владимир Путин алған иң үҙенсәлекле бүләктәр – ике айлыҡ Уссури юлбарыҫы балаһы, Мономах кәпәсенең күсермәһе, тере крокодил. Юлбарыҫ балаһын Президент Геленджиктағы "Сафари-парк"ына тапшырған. Бүләктәрҙең күпселеге ил башлығы китапханаһында һаҡлана.
#В. ПУТИН
Читайте нас в