Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
14 Октябрь 2020, 11:50

Принцты Рәсәйҙә нимә ҡыҙыҡһындыра

Сәғүд Ғәрәбстаны теләге менән Рәсәй Президенты Владимир Путин принц Мөхәммәт Бен Сәлмән менән телефондан һөйләште.

Һөйләшеү барышында ике яҡлы килешеү буйынса илдәрҙең хеҙмәттәшлегенә ыңғай баһа бирелде. Шулай уҡ энергетика тармағы буйынса донъя баҙарындағы хәл тикшерелде. Һөйләшеүҙең төп темалаларының береһе - нефть экспортлаусы илдәр ойошмаһының эшен нығытыуға булышлыҡ итеү.
Нефть экспортлаусы илдәр ойошмаһы 1960 йылда төҙөлә. Был ойошмаға иң тәүҙә Иран, Ирак, Кувейт, Сәғүд Ғәрәбстаны һәм Венесуэла инә. 2016 йылда Рәсәй ҙә, нефть сығарыу менән шөғөлләнеүсе бер нисә ил менән бер рәттән, был ойошма составына индерелде.
#В.ПУТИН
Читайте нас: