Ярашлы документ хоҡуҡи мәғлүмәттең рәсми порталында урынлаштырылған.
Указға ярашлы, орган составына «Русский репортёр» журналының баш редакторы урынбаҫары Марина Әхмәтова, «Крибрум» акционерлыҡ йәмғиәте президенты Игорь Ашманов, Халыҡ-ара архитектура академияһының Мәскәүҙәге бүлеге президенты Андрей Боков, «Здравствуй!» Онкологик пациенттар ассоциацияһы президенты Ирина Боровова, «Ғаиләгә социаль ярҙам күрһәтеү һәм ғаилә ҡиммәттәрен яҡлау милли ата-әсәләр ассоциацияһы» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт берләшмәһенең координация советы рәйестәше Галина Осокина индерелгән.
Президент шулай уҡ советтан сәйәсмән Светлана Айвазованы, «Адвокат партнёрлығы» Мәскәү адвокаттар коллегияһы президиумы рәйесе Юрий Костановты, шулай уҡ Ольга Сидоровичты һәм Анита Соболеваны сығарған.
#ВладимирПутин