Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
5 Май 2022, 14:27

Эльбрус Ниғмәтуллин сюрприз әҙерләгән

Бер нисә тапҡыр «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» исемен яулаусы Эльбрус Ниғмәтуллин Өфөлә уҙасаҡ «Еңеү кубогы» Бөтә Рәсәй бәһлеүәндәр турнирына ентекле әҙерләнә. "Бындай ярыштарҙы тәүге тапҡыр ғына үткәрмәһәм дә, был юлы мин спортсыларҙы ла, тамашасыларҙы ла хайран ҡалдырмаҡсымы" тип белдерә Эльбрус Ниғмәтуллин «Башинформ» агентлығына.

Эльбрус Ниғмәтуллин  сюрприз әҙерләгән
Эльбрус Ниғмәтуллин сюрприз әҙерләгән

9 майҙа көндөҙгө сәғәт 3-тә «Торатау» конгресс-холы янында стронгмендарҙың «Еңеү кубогы» Бөтә Рәсәй асыҡ турниры башлана. Спорт сараһын ойоштороу өсөн 3,5 меңдән ашыу кеше йәлеп ителгән.

Ярышты ойоштороусы һүҙҙәренсә, «Еңеү кубогы»нда спорт снарядтары РФ Хәрби көстәре яраҡһыҙ тип белдергән артиллерия снарядтарынан әҙерләнәсәк. Йәғни ярыштың төп шарты – химик боеприпастарҙы юҡ итеү, зарарһыҙландырыу һәм деформация һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ҡара металл ҡалдыҡтарын һындырып көс һынауҙа.

Турнир программаһында ғәҙәти булмаған спорт инвентары менән алты күнекмә яһау ҙа ҡаралған.  Артабан – Эльбрус Ниғмәтуллиндан эксклюзив.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк: бынан алда донъяла бер кем дә артиллерия снарядтарын спорт инвентары сифатында файҙаланмаған.

Фото: Т. Аманов

ye102.ru

Эльбрус Ниғмәтуллин  сюрприз әҙерләгән
Эльбрус Ниғмәтуллин сюрприз әҙерләгән
Автор:
Читайте нас: