Дим буйҙары
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
26 Июль 2022, 12:07

Ике фонд ҡушыла

Рәсәй Президенты ике фондты ҡушып, илдә Пенсия һәм социаль страховкалау фондын булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Ике фонд ҡушыла
Ике фонд ҡушыла

Хәҙер был яңы ойошма Рәсәй Социаль фонды (СФР) тип йөрөтөләсәк. Ул 2023 йылдың 1 ғинуарынан эшләй башлай. Граждандарға бөтә тәғәйен түләүҙәр ваҡытында түләнәсәк, ә борсоған һорауҙар менән шул уҡ адрестар буйынса, әммә берҙәм клиент хеҙмәттәренә мөрәжәғәт итергә буласаҡ. 2023 йылда пенсия, социаль һәм медицина мотлаҡ страховкалауҙың страховка түләүҙәре берҙәм тарифҡа күсереләсәк. Был әсәлеккә бәйле һәм ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ осрағында страховка аҡсаһының максималь күләмен күтәрергә булышлыҡ итәсәк. Ул 2025 йылға 1,5 тапҡыр артасаҡ. Оптималләштергәндән һуң артҡан аҡса пенсияларҙы күтәреүгә йүнәлтеләсәк.

Ысынлап шулай булырмы? Көтәйек әле.

belizv-bash.ru

 

Ике фонд ҡушыла
Ике фонд ҡушыла
Автор:
Читайте нас: