Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
21 Февраль 2023, 16:45

#ВладимирПутин Көнбайыш илдәре ҡорбандар һаны менән иҫәпләшмәй

Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәйҙең Федераль Йыйылышына мөрәжәғәтнамәһе барышында донъяла Көнбайыш илдәренең агрессив сәйәсәте ҙур ҡорбандарға килтерҙе тип билдәләне. Атап әйткәндә, ул Америка эксперттарының ошондай мәғлүмәттәрен килтерҙе - 2001 йылдан АҠШ башлаған һуғыштар һөҙөмтәһендә 900 меңгә яҡын кеше һәләк булған, 38 миллиондан ашыуы ҡасаҡтар булып киткән. Бының сәбәбе - кешеләр ғазаптарында аҡса эшләү теләге...

#ВладимирПутин Көнбайыш илдәре ҡорбандар һаны менән иҫәпләшмәй
#ВладимирПутин Көнбайыш илдәре ҡорбандар һаны менән иҫәпләшмәй

Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәйҙең Федераль Йыйылышына мөрәжәғәтнамәһе барышында донъяла Көнбайыш илдәренең агрессив сәйәсәте ҙур ҡорбандарға килтерҙе тип билдәләне. Атап әйткәндә, ул Америка эксперттарының ошондай мәғлүмәттәрен килтерҙе - 2001 йылдан АҠШ башлаған һуғыштар һөҙөмтәһендә 900 меңгә яҡын кеше һәләк булған, 38 миллиондан ашыуы ҡасаҡтар булып киткән. Бының сәбәбе - кешеләр ғазаптарында аҡса эшләү теләге, сөнки уның өҫтөндә триллион доллар тора.

Башҡа илдәргә ҡарата дошман образын тыуҙырып, Көнбайыш илдәре йәмәғәтселектең иғтибарын иҡтисади, социаль проблемаларҙан ситкә йүнәлтә, тип билдәләне Путин. 30-сы йылдарҙа Көнбайыш илдәре нацистарға Германияла властҡа килеүгә юл аса, бөгөн нацизм, русофобия Украинала урынлаштырыла, унда неонацистар үҙҙәрен кемдең вариҫы тип иҫәпләүҙәрен йәшермәй. 

"Башинформ"

 

#ВладимирПутин Көнбайыш илдәре ҡорбандар һаны менән иҫәпләшмәй
#ВладимирПутин Көнбайыш илдәре ҡорбандар һаны менән иҫәпләшмәй
Автор:
Читайте нас: