Дим буйҙары
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
28 Февраль 2023, 17:48

Белгестәребеҙ - ысын геройҙар

Махсус хәрби операция тураһында барыбыҙ ҙа беләбеҙ, сөнки ошо хаҡта яңылыҡтар ҡарайбыҙ, социаль селтәрҙәрҙә һәм телеграмканалдарҙа уҡыйбыҙ. Ләкин, ундағы яңы ҡалаларҙың нисек йәшәүе хаҡында (газ хеҙмәтенең, һыу каналының, электр селтәренең эше, украин милләтселәре тарафынан юҡ ителгән ҡалаларҙың тергеҙелеүе) күптәребеҙ күҙ алдына ла килтермәй. Шулай уҡ был эштә Башҡортостандың коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәренең, төҙөүселәрҙең, электриктарҙың һәм чиновниктарҙың ниндәй роль башҡарыуы тураһында ла уйланмайбыҙ. Эйе, февраль-декабрь айҙарында ҡайһы бер Башҡортостан етәкселәре яңы Рәсәй төбәктәрендә эшләне. Улар хеҙмәткәрҙәре менән бергә алғы һыҙыҡҡа сыҡты, ут аҫтына ла эләкте. Ә яңы Рәсәй төбәктәре халҡы Рәсәйҙе нисек итеп ҡаршы алды, уны нисек көттө. Ошо хаҡта һәм башҡа һорауҙар тураһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе - Башҡортостан Республикаһы министры Азамат АБДРАХМАНОВ менән.

Белгестәребеҙ - ысын геройҙар
Белгестәребеҙ - ысын геройҙар

- Һеҙ Луганск Халыҡ Республикаһында бер йылға яҡын - 2022 йылдың май айынан алып декабренә тиклем командировкала булдығыҙ. Башҡортостан нисек һәм нимә менән ярҙам итеүе тураһында гәзит уҡыусыларына ентекләберәк һөйләп үтһәгеҙ ине.

- Ысынында иһә, Башҡортостан ундағы халыҡ һәм фронт, окоптағы һалдаттар өсөн һәм, ғөмүмән, яңы биләмәләрҙә бик күп эштәр башҡара. Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың 2018 йылда Красный Луч ҡалаһына сәфәренән һуң был айырыуса һиҙелә. Яңы биләмәләр тулыһынса беҙҙеке булһын өсөн, белгестәребеҙ ҙә тырышып эшләй, уңайлыҡтар тыуҙыра. “Унда һәйбәт балалар майҙансыҡтары, мәктәптәр, музейҙар, китапханалар, дауаханалар булырға тейеш түгел!” - тип
кем әйтте? Улар буласаҡ һәм әле лә бар. Әле бында тейешле кимәлдә ярҙам күрһәтеү өсөн табиптар, фельдшерҙар, шәфҡәт туташтары эшләй. Медиктарҙың,
юлсыларҙың, төҙөүселәрҙең хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Тап улар - ысын геройҙар. 

- Ни өсөн һеҙ тыныс һөнәр вәкилдәрен геройҙар тип атайһығыҙ?

- Бомбалар шартлаған ваҡытта ла юлсылар снарядтарҙың һыҙғырыуына иғтибар итмәне, тыныс эшләүҙәрен дауам итте. Йәйен күләгәлә эҫелек 45 градусҡа тиклем етә ине. Эҫе асфальт - ул тағы 150 градус. Егеттәребеҙ шундай эҫегә лә түҙҙе, эштәрен бер минутҡа ла туҡтатманы. Юлсылар урындағы халыҡҡа ай ярым эсендә Красный Луч эргәһендәге ҡала тибындағы Ивановка ҡасабаһына 7,5 саҡрым асфальт түшәргә вәғәҙә биргәйне. Халыҡ ышанманы. “Беҙ 30 йыл көттөк, ә һеҙ быны ай ярым эсендә эшләргә теләйһегеҙме?” - тине. Бына башҡорттар килде лә эшләне! Урындағы халыҡ ышанмаһа ла, эшселәребеҙгә ярҙам итте, уларҙы ашатты, ә һуңынан ошондай күптән көтөп алған мөғжизә өсөн рәхмәт әйтте! Беҙҙең егеттәребеҙ бер нисә аҙна эсендә асыҡ яланда асфальт заводын йыйып, асфальт етештерә башланы. Был хөрмәткә лайыҡ түгелме ни?

- Башҡортостан медиктары ла көндәлек батырлыҡтар күрһәттеме?

- Норматив буйынса улар көнөнә 25 пациентты ҡабул итергә тейеш. Красный Лучта һәм күрше ауылдарҙа уларҙың һәр береһе көн һайын 70-80-шәр кеше ҡабул итте. Шул уҡ ваҡытта, табиптарыбыҙҙың һәм медиктарҙың икенсе бригадаһы уҙған йылдың октябренән, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы дауалау өсөн, Красный луч ҡалаһының госпиталдәргә йәйелдерелгән дауалау учреждениеларында тейешле медицина ярҙамы күрһәтә. Башҡортостан медиктарының даны Луганск Халыҡ Республикаһынан ситкә лә таралды. Уларға күренергә Запорожьенан да, Херсон өлкәһенән дә, Донецк Халыҡ Респубикаһынан да килделәр. Йөкләмәләре былай ҙа ҙур булыуға һәм хәүефкә ҡарамаҫтан, табиптар бер кемде лә кире ҡаҡманы, барыһын да ҡабул итте. Әйткәндәй, медиктар әле лә вахта ысулы менән эшләйҙәр, ә бына юлсылар, төҙөүселәр һәм коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре йәнә эшкә тотонор өсөн миҙгел башланыуын көтә.

- Төҙөүселәр ҙә үҙҙәрен аямай эшләүенә ышанам.

- Социаль инфраструктураны тергеҙеү сиктәрендә Башҡортостан төҙөүселәре һәм юлсылары 50-нән ашыу социаль инфраструктура объектын, шул иҫәптән бомбаға тотоу һөҙөмтәһендә зыян күргән 12 социаль-мәҙәни көнкүреш объектын тергеҙә. Легендар башҡорт генералы Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов исемен йөрөткән Петровский
ҡалаһы мәктәбендәге капиталь ремонтты айырым билдәләп үтергә теләйем. Урындағы халыҡ быны күрә һәм ҡәҙерләй. Шулай, был мәктәп уҡытыусылары һәм уҡыусыларының ата-әсәләре ашнаҡсы булып эшләнеләр. Төҙөүселәребеҙ тырышлығы менән Вахрушев, Красный луч, Петровский ҡалаларында бер нисә тиҫтә күп фатирлы йорт ремонтланды һәм ҡышҡы миҙгелгә әҙерләнде. Красный Луч һәм Петровскийҙа заманса уйын һәм спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа килде. Беҙҙең коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре халыҡ тығыҙ ултырған урындарҙың береһендә һыу үткәргесте яңыртты.

- Башҡортостандан ярҙам беҙҙең белгестәрҙең эше менән генә сикләнмәгәндер?

- Башҡортостан Донбасты тергеҙеү эшендә ҙур ярҙам күрһәткән тәүге биш субъект иҫәбендәлер, моғайын. Бындай төбәктәр күп түгел. Беҙ йорттарҙы, мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын ғына тергеҙеп, юлдарҙы, газ һәм һыу үткәргестәрен ремонтлап, балалар майҙансыҡтарын төҙөп кенә ҡалманыҡ, ә кәрәкле техника ла алып барҙыҡ, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә лә ярҙам иттек, йәмәғәт киңлектәрен үҫтереү менән дә шөғөлләндек. Бынан тыш, урындағы халыҡ республиканың шифахана-курорт учреждениеларында һаулығын нығытты, балалар беҙҙең һауыҡтырыу лагерҙарында ял итте. Беҙ шулай уҡ китаптар, методик белешмәләр, гәзиттәр алып барҙыҡ. Артистарыбыҙ концерттар менән сығыш яһаны. Быларҙың барыһы ла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселеге аҫтында башҡарылды. Ул аҙнаға бер тапҡыр был һорау буйынса видеоконференция бәйләнеш (ВКС) үткәрҙе. Уның ярҙамы менән 2022 йылға планды арттырып үтәнек. Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алып китәм, Башҡортостан бер ҡайҙа ла китмәй. Беҙ ярҙамды дауам итәсәкбеҙ. 2025 йылға тиклем план бар. Республика Донбастың социаль инфраструктураһын һәм илдең яңы субъекттарын тергеҙеү буйынса Рәсәй Федерацияһы Президентының йөкләмәһен үтәр тип ышанам.

- Ысынлап та, Башҡортостан Луганск Халыҡ Республикаһында тыныс тормошто тергеҙеү өсөн күп нәмәләр эшләй. Ә урындағы халыҡ быға нисек ҡарай? Уларҙы күрәме? Ҡәҙерен беләме?

- Бындай ҙур эште күрмәү мөмкин түгел. Урындағы халыҡ йыш ҡына беҙҙең белгестәребеҙ янына килеп рәхмәт белдерә, үҙҙәренең ярҙамын тәҡдим итә. Шулай, улар мәктәпте ремонтлаған һәм асфальт түшәгән эшселәрҙе ашатты. Беҙҙең гуманитар ярҙам менән барған колонналарҙы балалар ғына түгел (водителдәр уларға тәм-томдар һәм башҡа бүләктәр алып килә), ололар ҙа ҡаршы ала. Улар төҙөлөш һәм ремонт материалдарын бушатырға ярҙам итә. Радий Фәрит улы килгән саҡта Красный Луч һәм Петровский ҡалалары халҡы уның янына килеп рәхмәттәрен белдерҙе. Халыҡ уны көсләп түгел, ә ысын күңелдән, бөтә йөрәктән әйтә. Бында 1943 йылда нәҡ генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы Донбасты фашистарҙан азат итеүе тураһында ла иҫләйҙәр. Һәм бөгөн, 80 йылға яҡын ваҡыт үткәс, башҡорттар тағы ла ярҙамға килде. Унда эш күп, әммә уны атҡарып сығырыбыҙға ышанам.

- Луганск Халыҡ Республикаһының Рәсәй составына инеүе өсөн тауыш биреү һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа үтте. Шул турала һөйләп китегеҙ әле?

- Был референдумды барыһы ла көттө. Тәүге тапҡыр тауыш биреү 2014 йылда уҡ үтергә тейеш ине. Әммә объектив сәбәптәр арҡаһында ул кисектерелде. 2022 йылдың сентябрендә Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаһының, Херсон өлкәһенең һәм Запорожьеның юғары вазифалы шәхестәре референдум уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Тауыш биреү дүрт көн барҙы. Ойоштороу буйынса барыһы ла юғары кимәлдә үтте. Республика Рәсәй Федерацияһының дәүләт символикаһы менән, беҙ ойоштороу-методик ярҙам күрһәттек. Шулай уҡ гуманитар конвой ебәрелде. Йөк Луганск Халыҡ Республикаһы халҡына – балаларға, пенсионерҙарға, күп балалы ғаиләләргә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, хәрбиҙәргә таратылды. Халыҡ сараға ойошҡанлыҡ менән килде, Рәсәй Федерацияһы составына инеү өсөн берҙәм тауыш бирҙе. Улар өсөн референдум ҙур байрамға әйләнде, халыҡ уны оҙаҡ йылдар көттө. Мин иртән тауыш биреү пункты асылыуға уҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының килгәнен күрҙем. Ул үҙенең байрам костюмын кейгән, бөтә миҙалдарын тағып алғайны. Ветеран менән бергә бөтә ғаиләһе, хатта бәләкәй балаларына тиклем килгәйне. Ветеран күҙ йәштәре аша Донбасс еренең яңынан үҙ йортона ҡайтыуы тураһында һөйләне. Ошо уҡ һүҙҙәрҙе мин Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә эшләүсе ирҙәрҙең Луганск Халыҡ Республикаһына махсус рәүештә референдумда ҡатнашыу өсөн ҡайтҡан ир-егеттәрҙән дә ишеттем. Рәсәй һәм Донбасс – бер бөтөн икәнлеге тураһында алғы һыҙыҡта булған хәрбиҙәр ҙә әйтте. Улар ҙа ялға ҡайтып тауыш биреү пункттарына килгәйне. Халыҡтың барыһынан да ихласлыҡ һәм күңел күтәренкелеге һиҙелә ине. Ул кешеләрҙең һүҙҙәрендә генә түгел, хатта һауа ошо шатлыҡ менән тулғайны. Быны һөйләп кенә аңлатырлыҡ түгел, уны күрергә һәм тойорға кәрәк.

- Емерек ҡалаларҙың инфраструктураһын тергеҙеүҙән тыш һеҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташ яугирҙарға ярҙам күрһәтеп, алғы һыҙатҡа ла йөрөнөгөҙ. Беҙҙең яугирҙар ниндәй проблемаларға тап була?

- Уҙған йылдың сентябренән беҙ даими рәүештә алғы һыҙатҡа йөрөнөк. Махсус хәрби операция территорияһында беҙҙең яугирҙарҙы матди-техник яҡтан тәьмин итеү – иң актуаль мәсьәлә. Беҙ уларға бөтә нәмә алып барҙыҡ: кейем, аҙыҡ-түлек, медикаменттар, бензогенераторҙар, мейес-буржуйканан башлап төнөн күрә торған ҡорамалдарға, коллиматор сәпкә тиклем. Ләкин улар өсөн иң ҡәҙерлеһе – үҙ ирҙәре, ағайҙары, улдары өсөн ҡатынҡыҙҙарҙан йыйылған шәхси посылкалар. Посылкалар һәм хаттар биргән өй йылыһынан яугирҙар ҡанатланып китә. Быны һүҙ менән генә әйтеп аңлатырлыҡ түгел! Өйҙән ебәрелгән ошондай сәләмдәр хәрби рухты тағы ла нығыта.

Икенсе йүнәлеш – транспорт саралары менән тәьмин итеү. Машиналарҙа улар алғы һыҙыҡҡа йөк алып бара, яраланған яугирҙарҙы алып сыға, кәрәк саҡта урында тиҙ хәрәкәт итәләр. Был мәсьәләне беҙ баштан уҡ Радий Фәрит улы Хәбиров етәкселеге аҫтында хәл итәбеҙ. Уның бойороғо менән бер нисә үтә алыу һәләте юғары булған йөк машинаһы ремонтланып, броневик итеп үҙгәртелде. Бөгөнгө көнгә ҡарата нисә машина шулай үҙгәртеп эшләнеүен аныҡ ҡына әйтә алмайым. Мин унда саҡта Рәсәй Геройҙары Шайморатов һәм Доставалов исемендәге батальондарға “Урал” базаһында дүртешәр ошондай броневик тапшырылды. Тағы ла ошондай уҡ ике машина Луганск Халыҡ Республикаһы биләмәһендә яу алып барған мобилизацияланған ир-егеттәребеҙгә ебәрелде. Бынан тыш, был эшкә муниципалитеттар башлыҡтары ла ҡушылды. Бынан 80 йыл элек булған кеүек үк бөгөн дә бөтә республика халҡы еңеү яулау өсөн берҙәм тырыша. Бөгөнгө көндә Рәсәй Геройҙары Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге, Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальондарҙы, шулай уҡ беҙҙең яҡташтар хеҙмәт иткән подразделениеларҙы бөтә тейешле әйберҙәр менән тәьмин итеүгә бәйле барлыҡ мәсьәләләр менән үҙ ирке менән махсус хәрби операцияға киткән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Шамил улы Бадранов шөғөлләнә. Ул шулай уҡ яҡташтарыбыҙҙы Башҡортостанға отпускыға ҡайтарыу һәм уларҙы яңынан алғы һыҙатҡа ебәреүҙе лә ойоштора. Азат Бадранов яңынан берләшкән райондарҙа булған ватандаштарыбыҙҙың башҡа проблемаларын да хәл итә. Уның башҡарған эш күләме иҫ киткес ҙур.

- Белеүебеҙсә, һеҙ алғы һыҙатҡа табиптарҙы ла алып барҙығыҙ. Шул турала ентекләберәк һөйләгеҙ әле.

- Башҡортостандан табиптар уҙған йылдың майынан Красный Луч ҡалаһына командировкаға ебәрелгәйне. Октябрь айынан алып улар беҙҙең менән бергә Башҡортостан Республикаһының хәрби формированиеһы урынлашҡан, үҙебеҙҙең яҡташтар хеҙмәт иткән урынға бара башланы. Бригадалар күберәк хәрби-ялан шарттарында эшләне. Ут булған бина табып, беҙҙең яугирҙарға ярҙам күрһәтте. Иҫләйем, бер тапҡыр яҡташтарыбыҙҙан тыш Ульяновск, Владимир һәм Белгород өлкәләренән тупланған хәрби подразделениеға килдек. Унда һәр кемдең тиерлек температураһы юғары, йүткерәләр – һыуыҡ тейгән һәм киҫкен вирус инфекцияһы таралған. Беренсе көндө генә беҙҙең табиптар 120-нән ашыу яугирҙы ҡарап, дауалау курсын тәғәйенләне, медикаменттар бирҙе. Ике көндән бында хәл яҡшырып, яугирҙарҙың рухы күтәрелеп китте. Дүрт көн Шайморатов исемендәге батальон урынлашҡан урында эшләнек. Терапевтар менән бергә үҙ мобиль поликлиникалары менән стоматологтар, хирург, травматолог һәм уролог та килде. Урында анализдар алдыҡ. Яугирҙарға шулай уҡ медикаменттар ҡалдырҙыҡ. Табиптар тәғәйенләүҙәре буйынса кәрәкле дарыуҙар һатып алып, гуманитар конвой менән яугирҙарға ебәрҙек. Һәр яугир медикаменттар менән шәхси посылка алды. Беҙҙең табиптарҙы тағы бер тапҡыр билдәләп үткем килә. Улар ялан шарттарында ут аҫтында эшләһә лә, береһе лә алғы һыҙатҡа барыуҙан баш тартманы, ҡабат Башҡортостанға ҡайтарыуҙарын һораманы. Ысын батырҙар!

- Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ир-егеттәребеҙгә нимәләр теләр инегеҙ?

- Беләһегеҙме, махсус хәрби операция ҡабыҡтан әрселергә ярҙам итте, ул ябай, әммә шул уҡ ваҡытта бик мөһим кешелек сифаттарын асты. Улар – ғәҙеллек, үҙ бурысыңды үтәүгә әҙерлек. Ир-егеттәрҙең бер өлөшө бөгөн намыҫ менән алғы һыҙатта үҙ хәрби бурыстарын үтәй, башҡа ир-егеттәрҙең бурысы – еңеү яулау өсөн тылда тырышып эшләү. Тик берҙәмлек, һөҙөмтәле эш кенә беҙгә үҙ маҡсаттарыбыҙға ирешергә ярҙам итәсәк. Бөтәһенә лә һаулыҡ, уңыштар, именлек һәм бәхет теләйем!

Сығанаҡ: https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2023-02-22/belgest-rebe-ysyn-geroy-ar-3153369

Белгестәребеҙ - ысын геройҙар
Белгестәребеҙ - ысын геройҙар
Автор:
Читайте нас: