Тейешле саралар тураһында Кремлдең рәсми сайтында баҫылған указдар исемлегендә әйтелә.
“РФ хөкүмәтенә Ҡорған һәм Свердловск өлкәләренең башҡарма хакимиәт органдары менән берлектә <...> табиғи янғындарҙан зыян күргән граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса саралар күрергә <...> , йылытыу сезоны башланғансы”, - тиелә документта.
Рәсәй лидеры яуаплы итеп премьер-министр Михаил Мишустинды, Ҡорған өлкәһе башлығы Вадим Шумковты һәм Свердловск өлкәһе губернаторы Евгений Куйвашевты билдәләй. Был хаҡта докладты дәүләт башлығы ағымдағы йылдың 1 сентябренә ҡәҙәр, унан һуң ай һайын көтә.
Шул уҡ ваҡытта Путин РФ субъекттары территорияләарында табиғи янғындар һөҙөмтәһендә килтерелгән зыянды баһалау буйынса эштәрҙе ойоштороуҙы тәьмин итергә ҡушты.
ИЗВЕСТИЯ
Фото: ТАСС