Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, 20.00 сәғәткә 1 миллион 430 мең 87 һайлаусы тауыш биргән. Был исемлеккә индерелгән кешеләрҙең 47,8 процентын тәшкил итә.
Был хаҡта 10 сентябрҙә үткән брифингта Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова хәбәр итте.
“49 районда һайлаусыларҙың әүҙемлеге – 50 проценттан ашыу, шуларҙың 12-һендә 70 проценттан ашыу тәшкил итте. Әлеге ваҡытта бөтә һайлау участкаларында һайлау барышында ҡатнашыусылар өсөн Берҙәм тауыш биреү көнөнөң күптән көтөлгән этабы – дөйөм һайлау һөҙөмтәләренең нигеҙе булған тауыштарҙы иҫәпләү башлана, – тине ул. – Тауыштарҙы иҫәпләү ҙә бер нисә этаптан тора, һәр этап тамамланғандан һуң протоколдарҙың тейешле юлдары һәм уларҙың ҙурайтылған формалары тултырыла.
Фото "Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан.
https://bashkizi.ru/