Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
15 Март , 11:25

Һайлауҙар байрамса төҫ алды

Ҡасҡын ауылында йәшәүсе Әлфиә һәм Фәнзил Хәбибуллиндар һайлау участогына дүрт балаһы менән килгән. 

Ҡасҡын ауылында һайлауҙар байрамса төҫ алды. Милли көй-моңдар ағылған мәҙәниәт йортондағы 1381-се һайлау участкаһынан иртәнән бирле кеше өҙөлмәй.

Алдан әйтеүҙәренсә, Башҡортостанда 15-17 мартта – тауыш биреү көндәрендә – «Рәхмәт» акцияһы ойошторола. Республика халҡы тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә ташлама хоҡуғын биргән беләҙектәр, шулай уҡ махсус приздар отоу өсөн QR-билеттар алырға мөмкин. Һайлау участогына ғаиләләре менән килеүселәр ҙә етерлек. Комиссия ағзалары тауыш биреүселәргә бюллетендәр менән бергә "Всей семьей" һәм "Рахмат" билеттары бирә. Һайлауға дүрт балаһы менән килгән Әлфиә һәм Фәнзил Хәбибуллиндар, Флүзә һәм Данис Ғәйзуллиндар ҙа акцияла ҡатнашып, бүләк алыуға өмөт итә.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА.

Һайлауҙар байрамса төҫ алды
Һайлауҙар байрамса төҫ алды
Һайлауҙар байрамса төҫ алды
Һайлауҙар байрамса төҫ алды
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: