Дим буйҙары
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
17 Март , 11:45

Йылбулаҡтамаҡ ауылында ил киләсәген һайларға йәше лә, олоһо ла килә

Рәсәй президентын һайлауҙа тауыш биреүҙең һуңғы көнө бара.

Йылбулаҡтамаҡ ауылында ил киләсәген һайларға йәше лә, олоһо ла килә
Йылбулаҡтамаҡ ауылында ил киләсәген һайларға йәше лә, олоһо ла килә

Ауыл мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 1380-се һайлау участкаһында байрамса шарттар тыуҙырылған. Бында йәштәр ҙә, ололар ҙа бер-бер артлы килеп кенә тора. Халык берҙәмлеге менән һоҡландыра. Биш кешенән торған һайлау комиссияһы ғәҙәти режимда эшләй, тауыш биреү барышын махсус билдәләнгән блогерҙар күҙәтә. 

Ил яҙмышы өсөн битараф булмаған һәр кем үҙ тауышын бирергә ашыға. Быйылғы һайлауҙарҙа барлыҡ ғаиләләре менән килеүселәр күп булды, ирле-ҡатынлы тауыш биреүселәр ҙә хәтһеҙ. Хеҙмәт ветерандары Рәсимә һәм Марсель Ғәлимовтар ҙа ил яҙмышын һәм киләсәген билдәләү өсөн үҙ тауыштарын бирҙе.

Һайлау участкаларында шулай уҡ 2025 йылда "Уңайлы ҡала мөхите" милли проекты буйынса төҙөкләндерергә теләгән йәмәғәт биләмәһен һайлау буйынса тауыш биреү дауам итә. Шулай уҡ "Рәхмәт" акцияһы дауам итә, ирекмәндәр ҡиммәтле приздар отоу мөмкинлеге биргән куар-билеттар тарата.

Хәтергеҙгә төшөрәбеҙ - бөгөн тауыш биреүҙең һуңғы көнө, һайлау участкалары киске 8-гә тиклем эшләй.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА.

Йылбулаҡтамаҡ ауылында ил киләсәген һайларға йәше лә, олоһо ла килә
Йылбулаҡтамаҡ ауылында ил киләсәген һайларға йәше лә, олоһо ла килә
Йылбулаҡтамаҡ ауылында ил киләсәген һайларға йәше лә, олоһо ла килә
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: