Һайлау учаскаһына һәр кем ваҡытына һәм мөмкинлегенә ҡарап килә. Бында килеүселәр араһында хаҡлы ялдағылар ҙа, эшләп йөрөүселәр ҙә, вахтала йөрөүселәр ҙә бар. Күптәр ғаиләләре, балалары һәм күршеләре менән килә. 1372-cе һайлау участкаһыда халыҡты милли кейемдәге һайлау комиссияһы ағзалары ҡаршы ала.
- Һайлауҙар, һәр саҡтағыса, тыныс шарттарҙа үтә. Беҙҙең исемлектә 231 кеше бар. Ситтән ҡайтып һайлаусылар ҙа бар, алдағы ике көндә лә клуб ишеге ябылып тормаҫ, тип ышанабыҙ, - ти, ун ике йыл һайлау барышына етәкселек итеүсе Ильвира Тәлғәт ҡыҙы.
Башҡортостан Башлығын һайлау өсөн килгән һәр кем үҙе теләгән кандидат өсөн тауыш бирә. Һайлауҙа ҡатнашыусыларға төрлө әйберҙәргә ташлама биреүсе браслет тапшырылды. Бынан тыш һайлау участкаһында бүләк отоуға кодтар бирелде. Был йәһәттән һәр кемгә уңыштар теләйбеҙ!
#выбираемГлаву
#Башкортостан
#Бижбулякский район