Дим буйҙары
+33 °С
Ясно
Баш
Чув
Тат
Рус
СПОРТ
22 Августа 2018, 13:14
Чемпионаттың алтын миҙалы күпме тора?
Быйыл йәй бар ғәм футбол буйынса донъя чемпионаты рухы менән йәшәне тиерлек. Беҙҙең хәлде аңларға теләгәндәй һауа торошо ла тап бына экваторҙағыса: эҫелек 30 градустан да юғары булды.
Быйыл йәй бар ғәм футбол буйынса донъя чемпионаты рухы менән йәшәне тиерлек. Беҙҙең хәлде аңларға теләгәндәй һауа торошо ла тап бына экваторҙағыса: эҫелек 30 градустан да юғары булды. Футбол яланында көсөргәнешлек, көндәшлек тағын да киҫкенерәк булды. Шуғалырмы ғүмер буйы футбол тиеп йән атҡан илдәр чемпионат арбаһынан берәм-берәм ҡойола барҙы. Чемпионат миҙалдары өсөн көрәш ай-һай бик тә киҫкен булды. Шулай булмайынса?! Миҙалдар бик тә хаҡлы шул! Аҡсалата, әйтәйек, чемпионатта йыйылма командаһы 1/8 финал раундына сыҡҡан һәр милли федерацияға 12 млн. доллар, йәғни 754 млн. һум аҡса бирелә. Рәсәй ҙә шулар иҫәбендә, финал раундына сығыусыға дөйөм премия – 16 млн. доллар, IV урынға – 22, III урынға – 24 млн. финалға сыҡҡандарға – 28, ә инде алтын миҙал отҡан командаға – 38 млн. доллар күләмендә бирелергә тейеш. Был бит 2 млрд һум тигән һүҙ! Туп тибеп шул тиклем байлыҡҡа эйә булырға ҡайһы ғына ил командаһы ынтылмаһын, ти инде! Шул иҫәптән, быға ҡәҙәр Халыҡ-ара футбол федерацияһы рейтингында 70-се урында торған Рәсәй йыйылма командаһы ла. Үҙ өйөңдә стеналар ҙа ярҙам итә тигәндәре хаҡтыр.
“Мәғариф” журналынан.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
10 Июля , 08:04
Ауыл фельдшеры – халыҡ терәге
Общие статьи
9 Июля , 15:30
Урамдарға тротуар һалына, асфальт түшәлә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"