Дим буйҙары
+17 °С
Дождь
Баш
Чув
Тат
Рус
СПОРТ
25 Сентября 2018, 09:15
Башҡортостан спортсылары кикбоксинг буйынса ете миҙал алды
Италияның Лидо ди Езоло ҡалаһында кикбоксинг буйынса донъя беренселегендә Рәсәй йыйылмаһында Башҡортостандан 10 спортсы ҡатнашты. Уларҙың 15-18 йәштәге етәүһе төрлө дәрәжәле миҙалдар яуланы.
Алтын миҙалдар менән Өфөнән Валерий Евграфов («лайт контакт» дисциплинаһы, 94 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһы), Дарья Прошенкова («К1» дисциплинаһы, 48 килограмға тиклем) ҡайта. Шулай уҡ беренсе урынға Учалынан Урал Ғиниәтуллин («фулл контакт» дисциплинаһы, 42 килограмға тиклем) күтәрелде.
«Туймазынан Кристина Маликова (52 килограмға тиклем) һәм Сибайҙан Жаслан Костамуратов (81 килограмға тиклем) көмөш награда яуланы – ике спортсы ла «лоу кик менән фулл контакт» дисциплинаһында сығыш яһаны, — тип хәбәр иттеләр республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. — Туймазынан Ровшан Закиров («лоу кик менән фулл контакт» дисциплинаһы, 54 килограмға тиклем) һәм Өфө ҡыҙы Дэрья Акьюз («К1» дисциплинаһы, 52 килограмға тиклем) «бронза» яуланы».
Донъя беренселегендә төрө илдәрҙән ике меңдән ашыу спортсы ҡатнашты.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
20 Августа , 15:57
Яҡтылыҡ hәм йылылыҡ донъяһы
Общие статьи
20 Августа , 08:39
Тәрбиәсе - икенсе әсәй ул
Общие статьи
19 Августа , 04:30
«Мастерица» ательеһына сәйәхәт!
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"