Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
5 Октябрь 2018, 11:57

Башҡортостан тенниссыһы ике тапҡыр Рәсәй чемпионы булды

Башҡортостан спорты тәрбиәләнеүсеһе Полина Монова Ҡазанда теннис буйынса Рәсәй чемпионатында ике алтын миҙал яуланы. Хәҙер ҡыҙ ике тапҡыр ил чемпионы тип иҫәпләнә.

Финалда ҡатын-ҡыҙҙар араһында яҡташыбыҙ Татарстан вәкиле Сабина Шәйҙуллина менән осрашты. Башҡортостан тенниссыһы өс сәғәтлек алышта уны 6:3, 4:6, 6:3 менән еңде.

«Парлы разрядта «алтын» өсөн көрәштә Мәскәү ҡыҙҙары Натела Дзаламидзе, Анастасия Фролова Ольга Дорошина (Мәскәү) һәм Полина Монова (Өфө) менән осрашты. Был разрядта финалда 6:3, 6:3 иҫәбе менән еңгән Дорошина һәм Монова ил чемпионы булды», — тип аныҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостан Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Читайте нас: