13 октябрҙә Шишмә поселогында шахмат буйынса Башҡортостан Республикаһы XXVI Ауыл спорт уйындарының финал этабы булды. Барлыҡ турнирҙа муниципаль райондарҙы тәҡдим иткән 27 команда ҡатнашты. Бишбүләк районы йыйылма команда составында спорт мастерына кандидат Федор Тиманкин, команда хаҡына Финляндиянан килгән Ынйы Ғәлиева hәм Бишбүләк ауылы 2-се урта мәктәбенең информатика уҡытыусыһы Сергей Федоров сығыш яһаны.
Турнир һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең команда бишенсе дөйөм команда урыны алды, ә Федор Тиманкин ир-егеттәр араһында иң яҡшыһы булды. «Турнир миңә яҡшы таныш, Ауыл уйындарында район намыҫын йыл һайын яҡлайым, — тип тәьҫораттары мeнән уртаҡлаша Федор. — Һуғышсан дәрт hәм, әлбиттә, команданың теләктәшлеге арҡаһында чемпион була алдым, тип иҫәпләйем. Тырышырға hәм үҙемде күрһәтергә тура килде!»