Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
25 Октябрь 2018, 17:17

Халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыуға ирекмәндәр йыялар

Киләһе йыл Өфө 35 илдән 1,5 мең спортсыны ҡабул итә. Башҡортостандың баш ҡалаһы 2019 йылғы Халыҡ-ара йәйге балалар уйындарының баш ҡалаһы булды

Әле ҡала ярыштарға әҙерләнә: трансферҙар маршруттары, виза ярҙамы, финанслау, аккредитация, урынлаштырыу, хәүефһеҙлек, медицина тәьминәте, тантана ойоштороу ентекләп өйрәнелә.

«Халыҡ-ара балалар уйындарының рәсми сайты эшләй башланы. Уйындар яңылыҡтары шулай уҡ социаль селтәрҙә баҫыла», — тип хәбәр итте ойоштороусылар.

Әле дзюдо, 3х3 баскетбол һәм пляж волейболы буйынса ярыштар уҙасаҡ бер нисә спорт объекттарын реконструкциялау бара. Шулай уҡ ойоштороусылар социаль селтәрҙә 2019 йылғы Халыҡ-ара балалар уйындарына ирекмәндәр йыйыуға төркөм асты.

«Алдағы айҙарҙа спорт сараһына уңайлы һәм байрам мөхитен булдырыуҙа ярҙам итәсәк ирекмәндәр төркөмөн ойоштороу күҙаллана», — тип билдәләй ойоштороусылар.

Башҡортостандың баш ҡалаһы ҡунаҡтары өсөн мәҙәни программа әҙерләнә. Уның ярҙамында башҡа илдәрҙән килгән балалар һәм өлкәндәр Башҡортостан һәм уның милли колориты менән танышасаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, еңел атлетика һәм футбол буйынса ярыштарҙы Өфөнөң «Нефтсе» стадионы ҡабул итә, йөҙөү һәм фехтование буйынса – Ҡамышлы урамы буйынса төҙөлөп ятҡан үҙәктә, пляж волейболы һәм баскетбол буйынса – «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында, грек-рим көрәше буйынса – «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы спорт залында, ҡаяға үрләү буйынса – «Ватан» паркында, дзюдо буйынса Баязит Бикбай урамындағы 32-се спорт мәктәбендә була. Ябыу тантанаһы «Ватан» паркының түбәнге майҙансығында уҙа.

Өфө 2011 йылда Халыҡ-ара балалар уйындарының даими ҡатнашыусыһы булып иҫәпләнә. 2013 йылда республиканың баш ҡалаһы ошо күмәк спорт ярыштарын ҡабул иткәйне.
Читайте нас: