Дим буйҙары
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
20 Декабрь 2018, 22:40

Бишбүләк спортсылары республика копилкаһына лайыҡлы өлөш керетте

Район спортсылары республика йыйылма командаһы составында Пермь ҡалаһында армрестлинг буйынса Иҙел буйы Федераль округы чемпионатында hәм беренселегендә ҡатнашты. Район командаһы «Батыр» атлет-клубының ҡул көрәшселәре Никита Хильченко, Евгений Васильев, Игорь Захаров, Владислав Федотов (тренерҙары Татьяна Онанова), Тимур Костарев (тренеры Гоча Онанашвили) менән тәҡдим ителде.

Еңеүселәр һул hәм уң ҡул менән көрәш һөҙөмтәләре буйынса билдәләнде. 55 килограмм ауырлыҡ категорияһында егеттәр араһында иң яҡшы һөҙөмтәгә Никита Хильченко күрһәтте. Ул уң ҡулы менән икенсе, һулы менән бишенсе урынды яуланы. Ике төр ярыш һөҙөмтәләре буйынса, үҙен миҙал һәм Иҙел буйы федераль округы беренселеге дипломы менән тәьмин итеп, өсөнсө булды. Евгений Васильев менән Тимур Костарев һул ҡул менән өсөнсө булды. Игорь Захаров менән Владислав Федотов иң көслөләр алтылығында. Чемпионат һөҙөмтәләре буйынса республиканың йыйылма командаһы туғыҙ команда араһында өсөнсө булды.

— Бындай чемпионаттарҙан оҙаҡ тәнәфестән һуң, беҙ тағы бик теләп сығыш яһаныҡ. Чемпионатта үткәрелгән көндәр бушҡа уҙманы, егеттәр башҡа төбәктәрҙән килгән атлеттарҙың көсөн һәм көрәшеү техникаһын тойҙо. Был баһалап бөткөһөҙ тәжрибә. Беҙ сәфәрҙе тормышҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәткәне өсөн, район хакимиәтенә, йәштeр менән эшләү hәм спорт буйынса комитетҡа рәхмәтлебеҙ. Киләсәктә лә Рәсәй дәрәжәһендә ҡатнашырбыҙ, тип өмөтләнәбеҙ, — тип аңлатма бирҙе «Батыр» атлет-клубы тренеры Татьяна Онанова.

Гоча ОНАНАШВИЛИ фотоһы.
Читайте нас: