Дим буйҙары
+20 °С
Ясно
Баш
Чув
Тат
Рус
СПОРТ
20 Декабря 2018, 17:59
Пьедесталдың өсөнсө баҫҡысын яуланылар
Бишбүлeк электр селтәрҙәре командаһы Энергетиктар көнөнә бағышланған райондар электр селтәре подразделениелары hәм Бәләбәй электр селтәрҙәре хеҙмәттәре араһында волейбол ярыштарында өсөнсө урынды алды.
Район электрсылары командаһы составында Эдуард Михайлов, Денис Исаев, Салауат Шөғәйепов, Азат Әхмәтйәнов, Юрий Миронов, Руслан Нәғимов, Фәнил Хисамиев уйнаны. Ярыштарҙа туғыҙ команда ҡатнашты, улар ике төркөмгә бүленеп уйнаны. Yҙ подгруппаһында Бишбүләк РЭС-ы командаһы Дәүләкән РЭС-ы, подстанция хеҙмәте бүлеге, изоляция хеҙмәте hәм артыҡ көсәнештән һаҡланыу бүлеге командалары менән осрашты. Уйын һөҙөмтәләре буйынса подгруппала икенсе урын алып, Бишбүләк волейболсылары ярымфиналға сыҡты. Ярымфиналда һуңғы йылдар фавориттары — электр тапшырыу линиялары бүлеге командаһы менән осраштылар. Көндәштәр командаһы был юлы ла көслөрәк булып сыҡты hәм беренсе урынға лайыҡ булды. Район командаһы пьедесталдың өсөнсө баҫҡысын яуланы, электр тапшырыу линиялары бүлеге командаһы беренсе булды, икенсе урынды дәүләкәндәр алды.
Материалдарҙы Ирина МИХАЙЛОВА әҙерләне.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
20 Августа , 15:57
Яҡтылыҡ hәм йылылыҡ донъяһы
Общие статьи
20 Августа , 08:39
Тәрбиәсе - икенсе әсәй ул
Общие статьи
19 Августа , 04:30
«Мастерица» ательеһына сәйәхәт!
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"