Бишбүләк ауылында БР Балалар хоккей лигаһы чемпионаты сиктәрендә хоккей буйынса зона ярыштары булып уҙҙы. Балалар ижад үҙәге янындағы шыуғалаҡта өс команда осрашты. 5 ғинуарҙа тамашасыларға hәм судьялар коллегияһына «Олимп» кесе хоккей командаһы бик яҡшы матчтар серияһын күрһәтте. Уның матч беркетмәләрендә өсөнсө тапҡыр беренсе урыны бар! Икенсе урынды Шишмә командаһы алды, өсөнсө урынға әлшәйҙәр лайыҡ булды.
Балалар хоккей лигаһы чемпионаты финалына сығыу өсөн хоккей ярыштарының икенсе туры башлана. 17 — 20 ғинуар көндәрендә республика этабында йыл һайын үткәрелә торған «Алтын алҡа» балалар хоккей уйыны старт ала. Алҡалы хоккей буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында 2006 — 2007 йылдарҙа тыуған йәш хоккейсылар ҡатнашасаҡ. Бишбүләк хоккейсылары 2016 йылда бындай ярыштарҙа маҡтау пьедесталына күтәрелде. Беҙҙең кесе «олимпиясылар» яҡшы команда уйынында элекке спортчы-ларҙың уңышына иҫәп тота ала. «Алтын алҡа» республика ярыштарында Әлшәй районы Раевка поселогының боҙ майҙансыҡтарында уҙасаҡ һигеҙ балалар хоккей командаһы көс һынашасаҡ. Yҙебеҙҙекеләр өсөн янып-көйәсәкбеҙ!
6 ғинуарҙа Бишбүләк ауылының ике боҙ аренаһында һуғыш ветераны Володя Исаев иҫтәлегенә ир-ат командалары араһында традицион хоккей ярыштары булып уҙҙы. Күсмә кубок Бишбүләк ауылы ветерандар командаһына тапшырылды. Бишбүләк йәштәре командаһы икенсе урында. Айыт хоккейсылары — өсөнсө, Михайловка hәм Ҡушйылға хоккейсыларының берләштерелгән командаһы дүртенсе булды. Призерҙарға hәм иң яҡшы уйынсыларға дипломдар hәм район хакимиәтенең аҡсалата бүләктәре тапшырылды.
Ике шбоҙ шыуыу майҙансығының да техник торошо hәм боҙҙа үткәрелә торған барлыҡ саралар өсөн «Елкән» физкультура-һауыҡтырыу комплексының спорт мәктәбе хеҙмәткәрҙәре яуап бирә. Дүшәмбенән алып шәмбeгә ҡәҙәр шыуғалаҡтар барлыҡ теләүселәр өсөн дә асыҡ. Бында бөтә ғаилә менән дә ял итергә килергә була, сөнки конькиҙарҙы прокатка алыу мөмкинлеге лә бар.