Тағы бер Рәсәй спортсыһы Денис Айрапетян бронза миҙал яуланы (1.24.816). Көмөш призёр — Венгрия вәкиле Лю Шаолинь Сандор (1.24,702). Ошо арауыҡта еңеү яулап, Елистратов 10-сы тапҡыр Европа чемпионы исемен алды.
Өфө спортсыһы күпбәйгелә лә өсөнсө урынға лайыҡ булды. Бынан алда Семён Елистратов 1500 метрға уҙышыуҙа өсөнсө булып килде. Шулай итеп, Башҡортостан спортсыһы Рәсәй йыйылмаһына өс награда килтерҙе. Улар бөтәһе 10-ау, дөйөм иҫәптә яҡшы һөҙөмтә күрһәткән Рәсәй командаһы өс лидер иҫәбенә инде.