Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
25 Ғинуар 2019, 10:29

Маҡтау пьедесталында йәш хоккейсылар

«Олимп» кесе командаһы хоккейсылары «Алтын алҡа» республика ярыштары финалында бронза миҙалдар яуланы

Алҡалы хоккей яратусылар КХЛ (Континенталь хоккей лигаһы) командаларының ғына уйынын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтмәй. Уларҙы республика ярыштарында йәш Бишбүләк хоккейсыларының үҙҙәрен нисек күрһәтеүе борсой. 2006 — 2007 йылдарҙа тыуған хоккейсылар командалары араһында Әлшәй районы Раевка ауылында А.В. Тарасов исемендәге «Алтын алҡа» Бөтә Рәсәй хоккей ярыштарының финал республика этабы һөҙөмтәләре билдәле булды.

Раевка ауылының ике боҙ шыуы майҙансығында финалға сыҡҡан ете балалар командаһы көрәште. Улар ике төркөмгә бүленгәйне. Бишбүләк «олимпиясылары» Өфө, Шишмә hәм Саҡмағош командалары менән бергә беренсе төркөмгә эләкте. Беренсе уйын етди һынау булды: беҙҙкеләр Өфө командаһына 4:2 иҫәбе менән отторҙо. Әммә «олимпиясылар» 12:1 иҫәбе менән Шишмә командаһын еңде. Беренсе көн шундай булды.

Икенсе кoндө «Олимп» еңеүҙәр яулауын дауам итте. Саҡмағош районы командаһы бишбүләктәргә 5:0 иҫәбе менән отторҙо! Унан һуң призлы өсөнсө hәм дүртенсе урындар өсөн етди интрига башланды. Икенсе төркөмдөң Балтач районы хоккейсылары беҙҙең көндәштәребеҙ булды. Был уйынсыларҙы «Олимп» командаһыныn элекке тренеры Евгений Густяков етәкләй.

«Олимп» йыйылма командаһында ғәҙәттә Айыттан «Илдар Ғимаев» командаһы уйынсылары булды. Команданың тренеры итеп Айыт ауылынан Азат Сәмиғуллин билдәләнде. Бишбүләктәр үҙҙәренең яуаплы матчын балтачтарҙы 4:2 иҫәбе менән отто! Улар «Алтын алҡа» республика финалында өсөнсө урынға сыҡты hәм бронза миҙал алды.

Владимир Смолов,

Азат Сәмиғуллин фотоһы.
Читайте нас: