Дим буйҙары
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
31 Ғинуар 2019, 14:22

Беҙҙең еңел атлет — республика беренселеге чемпионы

Уҙған йыл Петр Николаев тәрбиәләнеүселәре 18 миҙал яуланы, шуларҙың алтыһы - алтын. Быйыл миҙалдар иҫәбен Георгий Блинов асты.

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы ҡалалары hәм райондары командалары араһында еңел атлетика буйынса Башҡортостан Республикаһы ҡышҡы беренселеге булып уҙҙы. Ярыштарҙа тренер Петр Николаевтың тәрбиәләнеүсеһе «Елкән» спорт мәктәбе уҡыусыһы Георгий Блинов ҡатнашты. Ҡатнашыусылар төрлө дистанцияларҙа ике көн сығыш яһаны. Беренсе көндә Георгий Блинов 3000 метрға йүгерҙе hәм чемпион булды. Ярыштарҙың икенсе көнөндә 1500 метрлы дистанцияла өсөнсө призлы урын яуланы.

— 2004 — 2005 йылдарҙа тыуған спортсылар араһында был ярыштарҙа Федор Зиннәтуллин фаворит була алыр ине, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул спортты ташланы, уның еңел атлетика буйынса киләсәккә пландары ҙур ине. Хәҙер балалар менән март башында Мәләүездә уҙасаҡ республика кроссына әҙерләнәбеҙ. Март аҙағында Кисловодскиҙа уҙасаҡ Рәсәй беренселегендә ҡатнашыу өсөн республика йыйылма командаһына ла шундай уҡ юғары дәрәжәлә сығыш яһарға өмөтләнәбеҙ. Йыл башында минең тәрбиәләнеүсем тарафынан алған ике миҙал юбилейлы тыуған көнөмә үҙенсәлекле бүләк булды, — тип һөйләй Петр Георгиевич.

Ирина Михайлова.

Петр Николаев фотоһы.
Читайте нас: