Дим буйҙары
0 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
7 Февраль 2019, 18:55

Өлкәндәр һәм балалар хоккей уйнай

Илдар Ғимаев иҫтәлегенә бағышланған ир-ат hәм балалар командалары араһында шайбалы хоккей буйынса ярыштар иң көслөләрҙе асыҡланы

Уҙған аҙнаның ял көндәре районда спорттың иң популяр ҡышҡы төрө — хоккейҙы үҫтереүгә яңы бит өҫтәне.

Бишбүләктең ике боҙ шыуыу майҙансығында Илдар Ғимаев иҫтәлегенә арналған ир-ат командалары араһында хоккей буйынса Башҡортостан Республикаһында XXVII ауыл спорт уйындарының республика зона ярыштары булып уҙҙы. Әлшәй, Благовар, Бүздәк, Шишмә райондары командалары Балалар ижады үҙәгенә йыйылды.

Иртәнән башлап уйындарҙың рәсми асылыуына тиклем спорт hәм хоккей тураһында дәртле йырҙар трансляцияланды. Һауа торошо аяҙ булды. Ярыштар асылғансы, йәрәбә һалынды. Уйын ваҡытын экономиялаy маҡсатынан уртаҡ килешеү буенса Благовар hәм Бүздәк райондары командалары араһында беренсе осрашыу булды. Регламент буйынса бындай зона ярыштарында рөхсәт ителә. Был юлы бүздәктәр боҙҙа көндәштәренән күпкә йомшағыраҡ күренде hәм уларға отторҙо.

Алып барыусылар хоккей командаларын hәм көйәрмәндәрҙе сәләмләне. Боҙға беренсе булып район символы — Байбаҡ сыҡты. Уның артынса музыка аҫтында биш команда ла алфавит тәртибендә саҡырылды.

Район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин барыһын да сәләмләп, һау-сәләмәт тормош алып барыусыларҙың был масштаблы сараны түҙемһеҙлек менән көтөп алыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте. Яҡташыбыҙ Илдар Ғимаев тураһында хәтер иҫән, hәм уның тыуған көнөн хоккей ярыштары менән билдәләп үтеү йолаһы район-ара масштабта артабан да дауам итәсәк. Райондың шайбалы хоккей федерацияһы рәйесе урынбаҫары Рим Ғәҙелшин, ярыштарҙың исемле кубогын баш өҫтөнән юғары күтәреп, барыһына ла спорт еңеүҙәре теләне.

Хоккей көрәшенең мөhим миҙгеле Раевка командаһы составында уң яҡ һаҡсыһы булып Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин уйнауы булды. Дамир Радик улының Бишбүләк ауылында уҙған зона ярыштарында ҡатнашыуы көндәштәренә ҡарата тылсымлы рәүештә тәьҫир иткәндер, күрәһең: бүздәктәр үҙҙәренең иҫәбенә техник еңелеү яҙып, раевкалылар менән уйнауҙан баш тартты. Ике еңелеүҙән һуң, улар өйҙәренә ҡайтып китте. Благовар командаһы шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы ауыл спорт уйындарының уҙған йылғы чемпиондарына ҡаршы уйнауҙан баш тартты һәм техник еңелеүгә ризалашты. Әлшәй командаһының уйналмаған «триумфаль» еңеүҙәре бының менән генә тамамланманы.

Шишмә командаһы менән хужаларҙың беренсе көсөргәнешле һәм ауыр уйынында иҫәп тигеҙ барҙы. Бишбүләк командаһы беренсе голды ҡапҡаға керетте hәм ике егерме минутлыҡта иҫәпте асты, ләкин өсөнсөһөндә уға көсө етмәне. Өсөнсө периодтың һуңғы минуттарында «Олимп» етди хата ебәрҙе: тигеҙ иҫәп менән команда шайба кереттерҙе hәм 3:2 иҫәбенә отторҙо. Шунан һуң, финал уйындары башланды. Шишмә командаһы 5:2 иҫәбе менән благовар уйынсыларын еңде. Әлшәй командаһы был көндө хужалар менән берҙән-бер уйын уйнаны hәм 6:1 иҫәбе менән еңде. Шишмәләр үҙҙәрен артыҡ һынап торманы, Раевка командаһына беренсе hәм икенсе урындар өсөн техник еңелеүгә риза булды. Благоварҙарҙың бишбyләктәр менән өсөнсө һәм дүртенсе урындар өсөн уйыны ҡыҙыҡлы һәм драматик килеп сыҡты. Ике команда ла бик арыны, ләкин бронза миҙалдар өсөн көрәшеүҙәрен дауам итте. Благоварҙарға бәхет күберәк йылмайҙы: хужалар ҡыуып тотоусылар ролендә булды. Әммә тыуған хоккей ҡабы hәм көйәрмәндәрҙең көслө ярҙамы үҙ эшен эшләне hәм бишбүләктәрҙе һуңғы һөҙөмтәле һөжүм яһарға көс бирҙе. Улар 3:2 иҫәбе менән еңде.

Исемле кубок, алтын миҙалдар һәм яҡшы аҡсалата бүләк раевкаларға эләкте. Көмөш миҙалдар, ҡыҙыҡһындырыу кубогы hәм аҡсалата бүләк шишмәләр өлөшөнә төштө. Хужалар иһә бронза миҙалдарға, турнирҙың ҡыҙыҡһындырыу кубогына hәм аҡсалата бүләкә эйә булды. Ойоштороусылар һәр уйынсыға иҫтәлеккә команданың рамкаға ҡуйылған фотоларын тапшырҙы.

Икенсе көндө Йылбулаҡтамаҡ hәм Айыт урта мәктәптәренең ике боҙ майҙансығында Айыт, Бишбүләк, Йылбулаҡтамаҡ, Ҡыңғыр-Мәнәүез, Ҡушйылға һәм Уҫаҡ-Кисеү урта мәктәптәренән алты хоккей командаһы ярышты. Беренсе төркөмдән финалға Йылбулаҡтамаҡ hәм Уҫаҡ-Кисеү командалары сыҡты. Икенсе төркөмдән айыттар һәм бишбүләктәр миҙалдар өсөн көрәште. Финалистар Илдар Ғимаевтың тыуған яғында уйнаны. Мәктәп командаһы беренсе — икенсе урындар өсөн көрәштe ҙур иҫәп менән йылбулаҡтамаҡтарҙы еңде hәм хаҡлы рәүештә исемле кубок, алтын миҙалдар яуланы. Өсөнсө — дүртенсе урындар өсөн уйында 8:4 иҫәбе менән Бишбүләктең «Олимп» командаһы еңеү яуланы.

Владимир Смолов.

Автор фотолары.
Читайте нас: