Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
7 Февраль 2019, 19:41

Турнир чемпиондары — дүсәндәр

Бишбүләктә һуғышсы-афғансы Марсель Кашапов иҫтәлегенә ир-ат командалары араһында волейбол буйынса төбәк-ара турнир уҙҙы

«Елкән» физкультура-һауыҡтырыу комплексының спорт залында сараны асыу тантанаһы баштан уҡ Әлшәй, Баҡалы райондары, Туймазы ҡалаһы, Собханғол ауылы, Дүсән hәм Бишбүләк ауылдары спортсыларын етди уйынға этәргес яһаны. Турнирҙа ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин ҡотланы. Барлыҡ ҡатнашыусыларҙы яугир-интернационалист Ғаяз Муллағәлиев сәләмләне hәм «ҡайнар нөктәләр»ҙә хеҙмeт иткән һалдаттарға бағышланған йыр башҡарҙы. Бишбүләк музейҙар берләшмәһе директоры Роза Иванова турнирҙа ҡатнашыусыларға Марсель Кашапов тураһында презентация тәҡдим итте. Барлыҡ командаларға ла бағыусы шәхси эшҡыуар Кирәевтан бүләктәр тапшырылды.

Ярыштар ике төркөмдә уҙҙы. Беренсе уйын Әлшәй районы hәм Туймазы командалары араһында булды. Туймазылар ике партияла ышаныслы еңде. Икенсе төркөмдә Собханғол hәм Баҡалы командалары осрашты. Беренсе партияла Собханғол ауылы волейболсылары көслөрәк булып сыҡты, икенсе партияла — бакалылар. Хәл иткес өсөнсө партияла Баҡалы районы командаһы еңеү яуланы. Көйәрмәндәр өсөн өсөнсө уйын үтә лә мауыҡтырғыс булды, сөнки волейбол майҙансығында Туймазы hәм Бишбүләк командалары осрашты. Туймазыларҙың бишбүләктәрҙән өҫтөнлөгө уларҙың финалға сығыуын тәьмин итте. Киләһе уйында Дүсән hәм Собханғол ауылы командалары осрашты. Көсөргәнешле көрәштә, уйынды овертаймға еткереп, Дүсән командаһы еңде. Әлшәй районы волейболсылары менән уйында Бишбүләк командаһы көйәрмәндәре бер ҙә һөйөндөрмәне. Әлшәйҙәр көслөрәк булып сыҡты. Һуңғы уйында төркөмдәрҙә Дүсән hәм Баҡалы районы волейболсылары уйнаны. Марсель Кашаповтың яҡташтары командаһы ике партияла еңеү яулап, финалға сыҡты.

Финалға уйын көсөргәнешле һәм динамикалыраҡ була барҙы. Өсөнсө призлы урын өсөн Әлшәй hәм Баҡалы райондары командалары көрәште, әлшәйҙәр еңеү яуланы. Көйәрмәндәр өсөн финал уйыны айырыуса тулҡынландырғыс булды. Майҙансыҡта көслө командалар — Дүсән hәм Туймазы командалары осрашты. Командаларҙың береһе лә бирешергә теләмәне. Еңеүсене өсөнсө партия ғына билдәләй алды, унда дүсәндәр көслөрәк булып сыҡты, улар турнир чемпиондары булды.

Бүләкләү тантанаһында еңеүсе командаға hәм призерҙарға яҡташтары Марсель Кашапов Наил Ғатауллин, Рөстәм Бәҙретдинов, Илфат Насиров тарафынан әҙерләнгән иҫтәлекле кубоктар, миҙалдар, грамоталар hәм аҡсалата премиялар тапшырылды.

Ирина Михайлова.

Автор фотоһы.
Читайте нас: