Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
14 Февраль 2019, 15:48

Абай бул!

Ҡотороу – үҙәк нервы системаһын зарарлап, үлемгә килтереүсе вируслы йоғошло сир. Был сирҙә үлем тын алыу фалижы йәки йөрәк туҡтау сәбәпле була. Ҡотороу вирусы ауырыу йәнлектең шайығы менән бүленә һәм йоға. Уны ҡоторған йәнлек тешләгәндә, шайығы лайлалы тиресәгә йәки тирегә тейгәндә, зарарлы шайыҡ тәндәге йәрәхәткә буялғанда йоҡтороу ихтимал.

Кеше тормошона был хәүефле сир башлыса эт һәм бесәйҙәр аша килеп инергә мөмкин. Бындай хәүефте мөмкин тиклем кәметеүҙең ышаныслы юлы – йорт хайуанын йәшәгән урында теркәтеп, ҡотороу сиренә ҡаршы прививка яһатыу. Прививканан һуң йәнлектә иммунитет бер йылға тиклем һаҡлана, шуға ла прививканы йыл һайын яңынан эшләтергә кәрәк.

Йыл һайын ҡыш айҙарында хужаһыҙ эттәрҙе аулау ойошторола. Шунлыҡтан йәмәғәтселекте, үҙ эттәрегеҙҙе бәйҙә тотоғоҙ, тип иҫкәртке килә, һуңынан дәғүә белдерергә тура килмәҫ.

Йәнә шундай һаҡлыҡ ҡағиҙәләрен үтәргә саҡырабыҙ: йорт йәнлектәрегеҙгә ҡотороуға ҡаршы прививка эшләтегеҙ, уларҙың ҡырағай йәки эйәһеҙ йәнлектәр менән аралашыуына юл ҡуймағыҙ, хужаһыҙ йәнлекте ашатҡанда, һыйпағанда, уйнағанда һаҡ булығыҙ.

Әгәр ҙә һеҙҙе йәнлек тешләне икән, тиҙ генә йәрәхәтте һабынлы һыу менән ныҡлап йыуырға, яра ситтәренә йод йәки зеленка һөртөргә, стериль итеп бәйләргә һәм кисекмәҫтән ҡотороуға ҡаршы прививка курсы тәғәйенләтеү өсөн Бишбүләк районының үҙәк дауаханаһына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Читайте нас: