Дим буйҙары
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
5 Март 2019, 18:03

Спорт һәм һаулыҡ байрамы

Бишбүләк ауылының “Елкән” спорт-һауыҡтырыу комплексында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған ир-егеттәр спорт фестивале булып уҙҙы.

Фестивалдә райондың предприятиелары, ойошмалары һәм ауыл биләмәләре командалары осоставында ир-егеттәр: Юл ремонт-төҙөлөш идараһы, район хакимиәте, Газпром. Бишбүләк ауылының 1-се һәм 2-се урта мәктәптәре, Бишбүләк, Айыт, Баҙлыҡ, Бикҡол, Сухоречка. Ерекле, Ҡушйылға, Каменка ауыл Советтары ҡатнашты. Ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы наил Ғатауллин сәләмләп үтте. Балалар ижад ңҙәгендә шөғөлләнеүсе балаларҙың һәм Ольга Данилованың йырҙары һәм кемдең күңеленә хуш килде.

Иң яуаплы мәл етте – командалар өсөн һынауҙар башланды: иҙәндән күтәрелеү, урындан һикереү, кәүҙәне күтәреү, йөҙөү, эскәмйәнән алға эйелеү, кәрзингә туп ырғытыу, арҡан тартыу һ.б. .

Бикҡол ауыл Советы ауыл биләмәһенең Марсель Кашапов исемендәге командаһы составында Ришат Нуриман улы Әхмәтшин, Рөстәм Римзил улы Бәҙретдинов, Булат Хәниф улы Ғатауллин, Динар Ришат улы Әхмәтшин сығыш яһаны. Спорт фестиваленең барлыҡ этаптары бик көсөргәнешле үтте. Спорт сәме барлыҡ ҡатнашыусыларҙы ла үҙенә ылыҡтырҙы. Барлыҡ командалар ҙа көслө ине, әммә еңеүсе берәү булырға тейеш. Спорт ярыштары һөҙөмтәһе буйынса “Марсель Кашапов” командаһы беренсе урынға сыҡты. Рух күтәренкелеге, ыңғай эмоциялар алған ир-егеттәр был сығыштарҙан ҡәнәғәт ҡалды.

Рәйлә Садрова,

Бикҡол ауыл Советы ауыл биләмәһенең йәштәр менән эш итеүсе белгес,

Автор фотоһы.