Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
13 Март 2019, 20:05

Финалға сыҡтылар

Район көрәшселәре төбәк ярыштарында икенсе урынды яуланы

Бишбүләк 2-се урта мәктәбе, Йылбулаҡтамаҡ, Ҡаныҡай мәктәбе уҡыусылары милли көрәш буйынса район ярыштарында еңеүселәр район йыйылма командаһы составында Раевка ауылында уҙған XXI мәктәп уҡыусылары Спартакиадаһы сиктәрендә көрәш буйынса төбәк ярыштарында ҡатнашты. Ярыш һөҙөмтәлре буйынса район йыйылма командаһы икенсе урынды яуланы.

Ярыштар 2004-2005 йылдарҙа тыуған егеттәр араһында һигеҙ ауырлыҡ категорияһында үткәрелде. 65 кг тиклем ауырлыҡ категорияһында сығыш яһаған Бишбүләк 2-се урта мәктәбе уҡыусыһы Владимир Данилов. Йылбулаҡтамаҡтан 50 кг алып 75 кг ҡәҙәр ауырлыҡ категорияһында сығыш яһаған Бишбүләк 2-се урта мәктәбе уҡыусыһы Владимир Данилов, Йылбулаҡтамаҡтан 50 кг алып 75 кг тиклем ауырлыҡ категорияһында сығыш яһаған Игорь Яковлев меән Реналь Зәкиев иң һөҙөмтәле көрәшсе булып сыҡты. Улар барыһы ла үҙ категорияһында икенсе урын алды һәм Кушнаренкола уҙасаҡ ярыштарҙа ла ҡатнашасаҡ. Бишбүләк 2-се мәктәбенән Тимур Ғәлимуллин, Ҡаныҡай ауылынан Илгиз Ғиләжетдинов, Эрланд Батраев 3-сө урын яуланы. Бишбүләк 2-се урта мәктәбенән Арсений Егоров менән Йылбулаҡтамаҡтан Данил Исхаҡовҡа иң көслөләр исемлегенә элегеү өсөн бер аҙ ғына балдар етмәне. Балаларҙы физик культура уҡытыусылары М.З.Ғимазетдинов, Ф.М.Ғатауллин, И.Р.Әхмәтшин. Д.Р.Әхмәтшин әҙерләгән.

Ирина Михайлова,

Мәжит Ғимазетдинов фотоһы.
Читайте нас: