Дим буйҙары
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
2 Май 2019, 21:09

Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар хоккейы буйынса донъя чемпионаты буласаҡ

Ҡатын-ҡыҙҙар хоккейы буйынса донъя чемпионатын 2021 йылда Өфөлә үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Кисә республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров «Ағиҙел» командаһы етәкселеге һәм хоккейсылары менән осрашыуҙа ошо турала хәбәр итте.

«Был, һис шикһеҙ, республикала ҡатын-ҡыҙҙар хоккейын үҫтереүгә етди этәргес бирер. Ғәҙәттә, шундай ҙур ваҡиғаларҙан һуң уйынсыларҙың һаны арта. Беҙ ошо мөһим ваҡиғаны көтәбеҙ. Арағыҙҙа Рәсәй йыйылмаһына кандидаттар барҙыр тип ышанам, һәм ошо состав өсөн айырыуса көйөрбөҙ. Тиҙҙән спортсыларҙың яңы быуыны үҫеп етер тип өмөтләнәбеҙ. Республика ябыҡ хоккей һырғалаҡтырын әүҙем төҙөй. 2019 йылда Күмертауҙа боҙ аренаһы төҙөлдө, Өфөнөң Орджоникидзе районында боҙ майҙансығы асылырға тейеш. Дөйөм алғанда, республикаға ҙур спорт еңеүҙәре килә», — тине республика етәксеһе.

«Ағиҙел» клубының спорт директоры Александр Семак һүҙҙәренсә, донъя чемпионатында ҡатнашыу өсөн кәмендә биш уйынсы әҙерләү күҙаллана.

Башҡортостандың баш ҡалаһында ҡатын-ҡыҙҙар араһында хоккей буйынса донъя чемпионатын үткәреү ихтималлығы уҙған йылда уҡ, «Ағиҙел» тарихта тәүге тапҡыр Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының төп трофейын яулағас, тикшерелде.
Читайте нас: