Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
17 Май 2019, 13:35

1000 велосипедсы иҫәбенә ингең киләме? Теркәл...

26 майҙа Өфөлә “МТС 1000 велосипедсы көнө” ҡала фестивале уҙғарыла. Быйыл ул Башҡортостандың 100 йыллығына арнала һәм төбәктәге биш ҡалала ойошторола. Уҙышта 50 меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә.

26 майҙа Өфөлә “МТС 1000 велосипедсы көнө” ҡала фестивале уҙғарыла. Быйыл ул Башҡортостандың 100 йыллығына арнала һәм төбәктәге биш ҡалала ойошторола. Уҙышта 50 меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә.

Баш ҡалабыҙҙа ул Ленин исемендәге майҙандан (ҡала Советынан) башлана, Октябрь проспектынан, үҙәк урамдарҙан үтеп, “Ватан” паркында (Телеүҙәктә) тамамлана.

Велосипедсылар фестиваль көнөндә иртәнге сәғәт 9-ҙа теркәлә. Сара 10 сәғәт 30 минутта башлана. Шулай уҡ фестивалдең сайтында алдан теркәлеү мөмкинлеге бар. Ҡайһы бер билеттар түләүле – мең һумға номер һайлап алырға була.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, был көндә “Ватан” паркында концерт программаһы, “Ашмаркет” урамда туҡланыу фестивале, уйындар, оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡа тамашалар уҙғарыласаҡ.

башинформ.
Читайте нас: