Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
24 Май 2019, 17:56

Бүләк – бергә үткәрелгән ваҡыт

17 майҙа урта шәфҡәт туташтарының III Спартакиадаһы булып үтте.

Бишбүләк район үҙәк дауаханаһының профсоюзы һәм район хакимиәтенең йәштәр менән эшләү һәм спорт комитеты ойошторҙо. Спартакиаданы уҙғарыу өсөн Халыҡ-ара шәфҡәт туташтары көнө сәбәп булды. Сарала “Дуҫлыҡ” (Айыт), “Фельдшерҙар”, “Скальпель” (хирургия бүлеге), “Порт ҡалаһы пираттары”, “Йондоҙсоҡтар”, “SOS” командалары ҡатнашты.

Спартакиада командалар парады менән башланды. Ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән район хакимиәтенең эштәргә идара итеүсе Вадим Булатов мөрәжәғәт итте, ул район хакимиәте башылғы исеменән барыһын да һөнәри байрам менән ҡотланы. Һәммәһенә лә уңыштар һәм еңеүҙәр теләне. Бишбүләк үҙәк район дауаханаһының профсоюз ойошмаһы рәйесе Флүр Дәүләтшин үҙ сығышында баш табип Андриян Павловтың йылы һүҙҙәрен еткерҙе.

- Сәләмәт йәшәү рәүеше ул – медиктарҙы эштә генә түгел, ә ял мәлендә лә оҙата барыусы девиз. Бына шуға күрә лә бында беҙҙең бик күп фекерҙәштәребеҙ йыйылды, һәм дуҫлыҡ еңһен! – тип мөрәжәғәт итте Бишбүләк үҙәк дауаханаһының баш шәфҡәт туташы Зоя Данилова.

- Командаларҙың фантазияһы һәм ижади идеялары ысын-ысынлап ғәжәпләндерҙе: сағыу сығыштар булды, девиздар яңғыраны. Ҡатнашыусылар “ғәҙел, ҡағиҙәләр буйынса уйнарға“ ант иттеләр. Оҙонлоҡҡа һикереү, гер күтәреү, дартс, баскетбол кәрзиненә туп ырғытыу, эскәмйәнән эйелеү, йөҙөү, эстафета – спорт дәрте һәм еңеүгә ынтылыш һәр бәйге һайын арта барҙы. Трибуналарҙа шау-шыу ҡупты: көйәрмәндәр үҙҙәренең хис-тойғоларын йәшермәне, ихлас алҡышланы һәм ҡысҡырҙы.

Жюри музыкаль паузаларҙа йомғаҡ яһаған арала, Алина Фролова һәм Ольга Данилова, Анна гордеева, Михаил Крылов һәм Ольга Иванова вокал номерҙары башҡарҙы.

Һөҙөмтәләрҙе иғлан итер алдынан, йәштәр менән эшләү һәм спорт комитеты рәйесе Александр Семенов “ҡатнашыусылар өсөн беҙ бергә үткәргән позитив ваҡыт иң мөһим бүләк булды”, тип бәйән итте. Ҡатнашыусы дипломдары “Скальпель”,“Дуҫлыҡ”, “Йондоҙсоҡтар” командаларына тапшырылды. III дәрәжә дипломды “Фельдшерҙар”, II дәрәжә дипломды “Порт ҡалаһы пираттары”, I дәрәжә дипломды “SOS” командалары алды. Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа Бишбүләк район үҙәк дауаханаһының профсоюз ойошмаһының махсус приздары менән бүләкләнде.

Зоя Данилова.
Читайте нас: