Быға тиклем Башҡортостандың баш ҡалаһында миҙал өсөн көрәшкән бөтә командалар ҙа финал парадында ҡатнашты. Рус һәм туған телдәрендәге сәләмләүҙәр, өфөләрҙең алҡыштары – былар барыһы ла балаларға үҙҙәрен ҙур ваҡиғаның бер өлөшө итеп хис итергә мөмкинлек бирҙе.
Майҙанға спортсылар янына Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров хәләле Каринэ Хәбирова менән килде. Республика етәксеһе төбәктән (Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Белорет, Күмертау, Туймазы) бөтә командалар вәкилдәре менән аралашты. Тренерҙар һәм йәш спортсылар оҙаҡ ҡына Радий Хәбиров менән һөйләште, ә ул бер кемгә лә селфи төшөүҙән баш тарта алманы. Өфөнөң сит ил ҡунаҡтары ла төбәк етәксеһе менән ҡыҙыҡһынып, фотоға төшөү мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырманы.