Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
8 Август 2019, 14:44

Тағы ла яҡшыраҡ эшләргә була...

Районда дөйөм спорт yҫеше, тармаҡтың бурыстары hәм перспективалары тураһында район хакимиәтенең йәштәр менән эшләү, спорт hәм туризм комитеты рәйесе Александр Семенов һөйләй.

Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау тураһында Владимир Путин әйткәндән дә яҡшыраҡ әйтә алмаҫһың, шуға кyрә ҡабатлайым: «Беҙ сәләмәт йәшәү рәүеше мәсьәләләрендә йәмғиәттең яуапһыҙ мөнәсәбәтен бергә еңергә тейешбеҙ. Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү менән бер рәттән сәләмәтлекте һаҡлап ҡалыуға ла ҙур иҡтибар бирергә кәрәк. Тәмәке тартыыу ғына — беҙ был хаҡта яҡшы беләбеҙ hәм кyп тапҡыр ҡабатлайбыҙ, — алкоголизм, наркомания йыл һайын беҙҙең граждандарҙың меңләгән ғүмерен ваҡытынан алда өҙә. Иң мөhим йүнәлеш — физик культура hәм спортты yҫтереy, айырыуса йәштәр араһында. Сөнки нәҡ бына физкультура hәм спорт менән шөғөлләнеy модалы, дәрәжәле эш булһын өсөн, спорт менән шөғөлләнеүҙең генә түгел, балалар өсөн сәләмәтлек дәрестәренең дә иң мөһим йүнәлештәрен һайлап алыу мөмкинлеге кәрәк. Тап бына шул йәштә, белеүебеҙсә, ғәҙәттәр hәм мәнфәғәттәр ғүмер буйына барлыҡҡа килә, hәм уларҙы формалаштырырға кәрәк». Был маҡсаттарҙа районда икенсе йыл рәттән «Сәләмәт быуын — көслө төбәк» федераль проекты тормошҡа ашырыла, уның сиктәрендә башланғыс класс уҡыусылары физик культура менән аҙнаһына алты сәғәт өҫтәмә шөғөлләнә. Йыл һөҙөмтәләренә ҡарағанда, проект буйынса шөғөлләнеүсе балалар аҙыраҡ сирләй башлаған. Төп бурыс — халыҡтың барлыҡ категориялары өсөн дә спортты пропагандалау, бының өсөн районда спорт объекттары һанын йыл һайын арттырырға кәрәк. 2015 йылда «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» партия проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә дүрт хоккей тартмаһы, ете уйын hәм бер спорт майҙансығы файҙаланыуға тапшырылды. 2016 йылда Бишбүләк ауылында оҙаҡ көтөлгән физкультура-һауыҡтырыу комплексы файҙаланыуға тапшырылды. 2017 йылда ГТО комплексының ике майҙансығы, 2018 йылда — яңы стандарт кyп функциялы хоккей тартмаһы төҙөлдө. 2019 йылда парк төҙөлөшө башланды, унда стандарт футбол яланы асыу планлаштырыла. 2019 йылға спорт ҡоролмаларының дөйөм һаны 108-гә тигеҙ, әммә уларҙы үткәреү мoмкинлеге 1683 кеше генә. Был спорт учреждениелары спорт объекттарының йөкләмәһе һәм ҡулланышы буйынса тейешле дәрәжәлә ойошторолмауы тураһында һөйләй. Районда дөйөм спорт үҫешенең төп күрһәткесе булып даими рәүештә физик культура hәм спорт менән шөғөлләнеүсе халыҡ һанын арттырыу бурысы тора. 2018 йылда был кyрһәткес 9090 кеше (42%) тәшкил иткән. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, 2%-тан артыҡ. Райондың барлыҡ дөйөм белем биреү мәктәптәрендә физик культура буйынса дәрестәр үткәрелә, унда 3793 уҡыусы йөрөй, уларҙың 2772-һе физик культура hәм спорт менән даими шөғөлләнә, был барлыҡ уҡыусыларҙың 73-%ын тәшкил итә. 2014 йылдың октябрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән ГТО комплексын этаплап индереү планы раҫланды. Комплекс сиктәрендә спорт нормативтарын ун бер йәш төркөмөндә, 6 йәштән алып 70 йәшкә ҡәҙәр һәм унан да өлкәнерәк йәштәрҙә тапшырыу күҙҙә тотола. 2019 йылда ГТО тесттары сиктәрендә 25 сара үткәрелде, уларҙа 1850 кеше ҡатнашты. Тест һөҙөмтәләре буйынса алтын миҙалға — 35 кеше, көмөшкә — 15 кеше, бронзаға 26 кеше иреште. Район халҡының һаулығын нығытыу маҡсатынан «Елкән» физкультура-һауыҡтырыу комплексы эшләй башланы. 2019 йылдың тәүге яртаһында унда 4,5 мең кеше һаулығын нығытҡан. Комплекс базаһында 9 спорт төрө менән шөғөлләнеүсе спорт мәктәбе эшләй, унда 398 бала шөғөлләнә. Физкультура комплексына төрлө йәштәгеләрҙе менән күбероәки йәлеү буйынса эште көсәйтергә кәрәк. Бассейн, тренажер залы, коньки һәм саңғы инвентарҙарын прокатка биреү мөмкинлектәрен һөҙөмтәле ҡулланырға кәрәк. Хужалыҡ иҫәп эшсәнлеге хисабына 1,5 миллион һум аҡса эшләү бурысын ҡуябыҙ. Йыл һайын районда 198-ҙән ашыу спорт-дөйөм һәм һаулыҡ һаҡлау саралары үткәрелә, уларҙа 10 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Район спортсылары республика ярыштарында сығыш яһай. Республика hәм бөтә рәсәй ярыштарында беҙҙең спортсылар бик яҡшы уnыштарға иреште. Армспорт буйынса спортсылар 43 ауыл районы араһында финал ярыштарында 1 урынды яуланы. «Олимп» хоккей командаһы Башҡортостан Республикаһы үҫмерҙәр хоккей лигаһы чемпионатының көмөш призеры булды. Тенниссылар 2018 йылда финалда алтынсы урынды яуланы. Азат Хажиев икенсе ракеткалар араһында икенсе урын алды. Федор Тиманкин авыл шахматсылары арасында шахмат буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионы булды. Район йыйылма командаһы еңел атлетика буйынса yҙ һөҙөмтәләрен яҡшыртты һәм 54 район араһында команда зачетында бишенсе булды. Григорий Блинов, Олег Васильев яҡшы уnңштарға иреште, ул республика данын бөтә рәсәй ярыштарында яҡлаясаҡ. Күп эштәр башҡарылды, әммә тағын да күберәк эшләйһе бар, «яҡшыраҡ эшләргә мөмкин — насарыраҡ һис кенә лә ярамай!».

Владимир СМОЛОВ фотоһы.
Читайте нас: