Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
22 Август 2019, 08:48

Демография милли проекты аша "Спорт - йәшәү нормаһы" проекты тормошҡа ашырыла

Беҙҙә йыл аҙағына тиклем 13 яңы спорткомплекс файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала 12 меңгә яҡын спорт ҡоролмаһы бар.

Тармаҡтағы төҙөлөштәр "Демография" милли проектына ярашлы, "Спорт - йәшәү нормаһы" төбәк проекты буйынса бара.

Әйткәндәй, спорт объекттарының байтағы - күп функциялы.

Төбәк проекты сәләмәт һәм актив йәшәү рәүешен һайлаусылар һанын арттырасаҡ, тигән өмөт бар. 2024 йылға спорт менән даими шөғөлләнеүселәр Башҡортостан халҡының 55 процентын тәшкил итергә тейеш. Әле был күрһәткес 43 процент икән.

Быйыл "Спорт - йәшәү нормаһы" проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн 319,8 миллион һум аҡса бүленә. Шуның 195,8 миллионы - федераль ҡаҙнанан.

zori102-b.rbsmi.ru
Читайте нас: