Дим буйҙары
+12 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
СПОРТ
29 Августа 2019, 04:04
Башҡорт егете донъя чемпионатында...
Ҡазанда WorldSkills донъя чемпионаты тамамланды. Унда Рәсәй милли командаһы икенсе урынды яуланы.
Беҙҙекеләр 14 алтын, дүрт көмөш, дүрт бронза һәм һөнәри оҫталыҡ өсөн 25 медальон менән бүләкләнде. Тәүге урынды Ҡытай командаһы яулаһа, Көньяҡ Корея өсөнсөгә сыҡты.
Абруйлы чемпионатта Сибай студенты Илмир Сәйетбатталов Рәсәй йыйылма командаһы составында һөнәри оҫталығы буйынса 25 медальондың береһен яуланы. Ул 710 мәрәй йыйҙы.
Илмир "Ташты архитектур эшкәртеү" компетенцияһында ҡатнашты. Был беҙҙең илдә һирәк һөнәрҙәрҙең береһе. Башҡорт егете былтыр Краснодарҙа үткән V милли чемпионатта еңеп сыҡҡайны, Францияла уҙғарылған бәйгелә лә ҡатнашты.
Һөнәри оҫталыҡ буйынса WorldSkills донъя чемпионаты Рәсәйҙә тәүге тапҡыр үтте. Унда 63 илдән 1354 кеше көс һынашҡан. Дүрт көн дауамында 56 төр ярыш уҙған.
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
24 Мая , 08:09
Йәш туристар һынатманы
Общие статьи
23 Мая , 07:54
Тирә-яҡ күркәм төҫ ала
Общие статьи
21 Мая , 09:50
Бишбүләк юлсылары өсөн ҡыҙыу осор
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"